Өфөгә Михаил Бабич килде

  • Өфөгә Михаил Бабич килде | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич эш сәфәре Өфөгә менән килде. Тәү сиратта, ул республика башлығы менән бергә баш ҡаланың затон биҫтәһендәге  яңы йылылыҡ-энергетика үҙәгенең төҙөлөшө менән танышты. Был үҙәк Башҡортостандың йылылыҡ системаһы тарихындағы иң ҙур инвестиция проекты. Яңы объект төбәктә көсөргәнеш ваҡытында электр энергияһына ҡытлыҡты кәметергә, Ағиҙелдең һул ярында төҙөләсәк яңы районға йылылылыҡ биреүсе төп сығанаҡ буласаҡ. Станция 250-нән ашыу кешене эш урыны менән тәьмин итергә тейеш. Йылылыҡ-энергетика үҙәген сафҡа индереү быйылға планлаштырылған. Һуңынан Михаил Бабич  халыҡ менән дә осрашты. Был турала яңылыҡтарҙың киләһе сығарылыштарында ҡарағыҙ. 

Яндекс.Метрика