8-се мартҡа-сәскәләр

  • 8-се мартҡа-сәскәләр | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Был көн — нәфис затты тәбрикләү һәм күркәм яҙ байрамына әйләнде. Байрамға сәскә үҫтереүсе эшҡыуарҙар ҙа ныҡлы әҙерләнә. 2 миллиондан ашыу гүзәл затҡа кәмендә берәр гөлләмә бүләк иткән хәлдә Башҡортостан сәскә магазиндары, эшҡыуарҙар миллондарса килем ала. Ғәҙәти көндәрҙә сәскәләрҙең хаҡы 50 һумдан башлана һәм бер мең һумға тиклем барып етә. Ә 8 март алдынан 1 мең ярымдан 2 мең ярым һумға ҡиммәтләнә. Мәҫәлән, кешеләр күпләп һатып алған ләлә һәм раузалар 40-60 һум торһа, байрам көнөндә 80-120 һум булып китә. Башҡортостанға сәскәләрҙе Эквадор, Голландия һәм Кения кеүек илдәрҙән килтерәләр. Донъя баҙарында валюта курсы үҙгәреп киткәс, орлоҡтарға ла хаҡ артҡан. Шуға күрә, сәскәләр ҙә ҡиммәтләнгән.

Яндекс.Метрика