Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Рәсәй президентының матбуғат секретары рәсми Вашингтонда һәм Америка киң мәғлүмәт сараларында ғауға Рәсәй менән Ҡушма Штаттар ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе ҡаҡшата, тип белдергән. Рәсәй мөстәҡил дәүләт һәм үҙ юлы менән үҫешә тигән Дмитрий Песков.

Германияла Төркиә президенты Рәжәп Эрдоган  яҡлыларға митинг үткәрергә рөхсәт итмәгәндәр. Төркиә башлығы тыйыуҙы нацистар сәйәсәте менән сағыштырған. Ангела Меркель был хәлгә борсолоу белдереп, Германия менән Төрикә араһында етди ҡаршылыҡтар барлығын таныған.

“Сентинел” юлдашы йыһанға осоролдо. Ул урман һәм һыу ресурстарының ниесек ҡулланылыуын күҙәтәсәк, ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөргәндә ҡулланыласаҡ.

Таиландта хирургтар гөбөргәйелгә операция яһаған. Ул бер-нисә йыл дауамында бассейнға туристар ташлаған тимер аҡсаларҙы йотҡан. Табиптар уның ашҡаҙанынан 5 килограммлыҡ 900 аҡса алған.

Яндекс.Метрика