Гүзәл заттың тәүәккәл бер вәкиле

Феминизм түгел, ә ҡыҙыҡһыныу. Бөгөн хоҡуҡтар өсөн көрәш талап ителмәй, замана ҡатын-ҡыҙы өсөн сиктәр юҡ. Хыялдар, һөнәр, мауығыуҙар барыһы ла беҙҙең теләккә буйһона. Был ҡыҙ самолет штурвалы артына тәүге тапҡыр бынан ике йыл элек ултырған. Туғандарым араһында осоусылар юҡ, барыһы ла ерҙәге һөнәр эйәләре, ти ул. Самолет йөрөтөү Оксананың бала-саҡ хыялы ла түгел. Ә етди уйланылған, ныҡлап әҙерләнгән һәм өс яҡлап этәргес бирелгән оло аҙымы. Юридик белем алғас Өфө кадет корпусында эш башлай, кадеттарҙы осорға өйрәтеү дәрестәрен индереү тураһында һүҙ сыҡҡас та уйланып ҡуя. Икенсе тапҡыр ҡыҙҙы юл ыңғайы үткән “Үҙең өсөн күкте ас” тип яҙылған машина дәртләндерә. Уны ҡыуып етеп руль артында ултырған кесе авиация инструкторы менән таныша. Өсөнсө саҡырыуҙы иһә бәләкәй ҡустыһы менән Первушино аэродромына тамаша ҡылырға килгәс ала. Тәүәккәлләп, Оксана Тимофеева еңел самолет йөрөтөү дәрестәренә яҙыла һәм 2015 йылдың йәйендә осоусы танытмаһына имтихан тота. Хәҙер ҡыйыу ҡыҙҙың күңелендә самолеттар түрге урынды биләй. Ул Рәсәй кимәлендәге авиация слеттарында ярышып ауырлығы 495 килограмлыҡ иң еңел самолетта ябай пилотаж фигуралары менән күрһәтмә сығыштар яһай. Первушин аэродромында уның тәжрибәһенә ҡарап гүзәл заттың йәнә ике вәкиле осоусы һөнәрен үҙләштерә. Оксана иһә осоусы-инструктор булыу хыялын да ғәмәлгә ашырырға ниәтләй. Күкте ерҙә лә тойоу өсөн Оксана ошо бүлмәлә хыялындағы донъяны һүрәтләгән. Бында барыһы ла самолет, осоусы, авиацияны хәтерләтә. Китап кәштәләре, сәғәт, яҡтыртҡыстар. Мауығыуымды белеп дуҫтарым алыҫтарҙан ошондай бүләк алып ҡайта, ти осоусы ҡыҙ.Беҙҙең героиняның мауығыуҙары самолет менән генә сикләнмәй. Уның ҡатын-ҡыҙға хас һөнәрҙәре лә етерлек. Бына ошо открыткаларҙы Оксана үҙе яһай. 8-се март байрамына арналғандарында тик гүзәл затты танытыр кескәй деталдәр бар.Открыткалағы төймә, ҡайсы, теген машинаһы осраҡлы һайланмаған. Оксананың ерҙәге һөнәре тегеү эшенә бәйле. Етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тип хәҙер егет кеше генә түгел, ҡыҙҙар ҙа тырыша. Сөнки беҙҙең дәүерҙә кем уңған — шул уңышлы, кем ҡыҙыҡһыныусан – шуның тормошо ҡыҙыҡтырырлыҡ. 

Яндекс.Метрика