Йорттар араларындағы таҙартылмаған тротуарҙар һәм тайғаҡ юлдар кешеләргә лә йөрөргә ҡамасаулай

Йорттар араларындағы таҙартылмаған тротуарҙар һәм тайғаҡ юлдар кешеләргә лә йөрөргә ҡамасаулай. Ҡайһы берәүҙәр йорттарынан сыҡмауҙы хуп күрә. Йәш сағында бөтә Башҡортостанды йөрөп сыҡҡан Миҙхәт Хәзиевҡа һыуҙы һаҡсыл ғына ҡулланырға тура килә. 84 йәшлек пенсионер ваҡытында төҙөлөш тармағында эшләгән һәм күпселек йорттарҙы күтәреүҙә ҡатнашҡан. Яңғыҙ йәшәгән иргә хәҙер тышҡа сығыуы ла ауыр. Ҡапҡа алдын ҡар менән күмеп китәләр. Колонканан һыу алып килеүе үҙе бер бәләгә әйләнә. Оло кешегә яҡындарына ғына өмөтләнергә ҡала. Улар аҙнаһына бер тапҡыр һыу һәм аҙыҡ-түлек килтереп китә. Күпселек кешеләр тротуарҙарҙың яҡшылап таҙартылмауына зарлана. Бигерәк тә ололар тайғаҡ юлдан йә епшек ҡарҙан йөрөй алмай. Бындай хәл подъезд алдарында ла күҙәтелә. Ҡыйыҡтан боҙбармаҡ йә ҡар килеп төшөү ҡурҡынысы бар. Шуға күрә ололар тышҡа сығырға ҡурҡа. 70 йәшлек Лилиә Чупанова 10 көнгә яҡын өйҙә ултырырға мәжбүр. Аяғы ауыртҡан пенсионер хәҙер тәҙрәнән генә тышты күҙәтә. Ҡарҙар иреп, боҙлауыҡ бөткәс ул саф һауала йөрөп килергә хыяллана.    Авиаторҙар урамында ла ҡар иреп, хәҙер юлдар үтерлек түгел. Яңыраҡ ҡына бында йәшәүселәрҙең береһенә медицина ярҙамы талап ителгән. Әммә, ашығыс ярҙам машинаһы үтә алмаған. Шәхси йортта йәшәүселәрҙең күпселеге ололар. Улар үҙ көсө менән ҡарҙы таҙарта алмай. Әммә, ҡайһы бер пенсионерҙарға дәүләт тарафынан төрлө ярҙам ҡаралған. Пенсионерҙарға ниндәй ташламалар барлығын социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәрендә белергә мөмкин. Әгәр, оло кешене ярҙамға мохтаж тип таныһалар, уға ярҙамға социаль хеҙмәткәр беркетелә. Ә ҡалғандарға балаларының һәм яҡындарының ярҙамына ғына өмөт итергә ҡала.

Яндекс.Метрика