Урал Рәшитов 55 йәшлек юбилейын билдәләне

Урал Рәшитов 55 йәшлек юбилейын билдәләне.

Ошо уңайҙан ул тамашасылары менән осрашып күңел йылыһын-йырҙарын бүләк итте. Алты йәшенән музыкаға бар күңеле менән ғашиҡ булған Урал Рәшитовтың ижадын күптәр үҙ итә.  “Әлдермеш”, “Ҡыҙыл раузалар”, “Тыуған яҡ”, “Яңғыҙ миләш” йырҙары  йылдар үтһә лә хит булып ҡала. Шуға ла һәр концертын артист халыҡ байрамына әйләндерергә тырыша.Тормош юлыңда тоғро юлдашың булыуы ҙур бәхет. Ҡатыны Азалия Рәшитова менән ике ул, бер ҡыҙ үҫтереп, ғаилә усағында янһалар ҙа, сәхнә юлын онотмайҙар. Урал һәм Азалия Рәшитоваларҙың сығышы Башҡортостан һәм Татарстандың билдәле артистарының сығыштары менән үрелеп барҙы. Тамашасылар уларпҙы алҡыштарға күмде. Урал менән Азалия Рәшитовтарҙың Балалар ижад үҙәге лә бар. Юбилярҙы байрамы менән Татарстан һәм Башҡортостан йырсылары ғына түгел, балалар ҙа ҡотларға килгән. Халыҡ өсөн әлеге көндә лә хит булып килгән “Тыуған яҡ” йырын бүләк иттеләр улар.

Яндекс.Метрика