Яңы төр трансформаторҙар

Самолетҡа билет хаҡтарының төшөүе көтөлмәй, әммә һауа караптарын ҡулланыу сығымдарының кәмеүе ихтимал. Өфө конструкторҙары осоу аппараттарының бушҡа эшләү әйләнешен ҡыҫҡартыусы трансформатор уйлап сығарҙы. Конструктор бюроһы инженерҙары яңы трансформаторҙарға һынау үткәрә. Ғәҙәти ҡоростан айырмалы материал нигеҙенә ҡоролған аппараттың кәтүк урамаһы 180 градустан артыҡ ҡыҙмай, самолеттың электр энергияһы һаҡсыл ҡулланыла, һөҙөмтәлә яғыулыҡ әҙерәк талап ителә. Сер аморф металл урамаһында.Авиация тармағының киң үҫешкән мәлендә белгестәрҙе сығымдарҙы кәметер яңы быуын трансформаторҙары ҡыҙыҡһындыра, ти Өфө дәүләт авиация-техник университетының механика кафедраһы фәнни хеҙмәткәре Вячеслав Вавилов. Йәш инженерҙар сәнәғәт партнерҙарынан заказ алғас та эшкә тотона.Серле сеймал мәсьәләһе Аша предприятиеһы менән хәл ителә. Аморф тимер менән һаҡ тотонорға тура килә, ул мурт, йоҡа биттәр тиҙ өҙөлә. Шуға ла яңы трансформаторҙар механика сифаттарға ла һынау  үтә. Өфө авиация техник университеты конструкторҙары яһаған яңы трасформатор өлгөләре фәнни-тикшереү һәм конструктор-тәжрибә һынауҙарын уңышлы үткән. Киләһе аҙнала был ҡоролмаларҙы авиация төҙөү өлкәһендә күпләп етештерә башлау тураһында һөйләшеүҙәр көтөлә. 

Яндекс.Метрика