Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Афғанстандың башҡалаһы Ҡабулда хәрби госпитальянында шартлау яңғыраған. Кәм тигәндә 30 кеше һәләк булған. “Ислам дәүләте” террорсылары был ғәмәл өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған.

Испанияның хөкүмәткә ҡарамаған ойошмаһы Ливия ярҙарында диңгеҙҙә 250 мигрантты ҡотҡарған.  Европаның тышҡы сиктәрҙе һаҡлау агентлығы ойошма эшмәкәрлеген ҡаты тәнҡитләп сыҡты. Европа сик һаҡсылары фекеренсә, тап ошондай ойошмалар ҡасаҡтарҙы ҡотҡарып Европала енәйәтселекте арттырыуға булышлыҡ итә.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Рәсәйҙә ҡуртымға сәскә биреүселәр артҡан. Гүзәл зат вәкилдәренә билдәләнгән хаҡҡа ҡуртымға сәскә алырға һәм 10 минут дауамында селфи эшләргә тәҡдим ителә. Сәскә менән бергә ирҙәр кейеме лә бирелә. Тормошта үҙ яртыһын таба алмағандар йәки айырылышҡандар бына ошондай юл менән элекке ирҙәре, коллегалары алдында  уңышлы икәнен раҫларға тырыша икән.

Новосибирск ҡалаһы өҫтөндә билдәһеҙ пилот самолеты артынан сыҡҡан төтөн ярҙамында 8 һанын яҙған. Осоусы  халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә һөйгәненә ошондай үҙенсәлекле бүләк яһаған. 

Яндекс.Метрика