Мобиль хәбәрсе

Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы иң яҡшы халыҡ хәбәрселәрен асыҡлай. “Мобиль репортер” программаһының үткән айҙағы еңеүсеһе тип 11 йәшлек Валерия Желобецкая билдәләнде. Ул беҙҙең редакцияға мәктәпкә илткән хәүефле юл тураһында видео ебәргәйне. Хыялдағы бүләкте оторона Валерия аҙаҡҡа тиклем ышанмай. Яңы планшетты уға программа авторы тапшырҙы. Үҙемдең исемде телевизор аша ишеткәс ҡыуанысымдың сиге юҡ ине, тип хәтерләй ҡыҙ. Валерия Желобецкая видеоны мәктәпкә барған ваҡытта төшөрә. Ул көн дә белем артынан илткән юлда булған хәүефле боҙбармаҡтарҙы урап үтергә мәжбүр. Программа яңыраҡ ҡына Рәсәй 24 каналында эфирҙға сыға башланы. Ул тиҙ арала билдәлелек яулап өлгөрҙө. Көн һайын республиканың төрлө төбәктәренән кеҫә төлөфонына төшөрөлгән тиҫтәләгән видео килә. Эфирҙа уларҙың иң ҡыҙыҡлылары ғына эләгә. Халыҡ хәбәрсеһе булыр өсөн ҡыҙыҡлы һәм көн ҡаҙағындағы видео төшөрөп уны беҙҙең редакцияға ебәрергә кәрәк. Иң яҡшылары эфирға сыға һәм планшет отоу мәмкинлеге ала.

Яндекс.Метрика