Мышылар ауылға ингән.
Ғафури районы Юлыҡ ауылында мышылар кешеләрҙән ярҙам һорағандай ауылға килеп ингән. Шаһиттар был хәлде төшөрөп интернет селтәренә һалған. Бер мышыны браконьерҙар яралған. Ҡурҡҡан хайуандар ауыл урамынан үткән.
Мышылар ауылға ингән.
Ғафури районы Юлыҡ ауылында мышылар кешеләрҙән ярҙам һорағандай ауылға килеп ингән. Шаһиттар был хәлде төшөрөп интернет селтәренә һалған. Бер мышыны браконьерҙар яралған. Ҡурҡҡан хайуандар ауыл урамынан үткән.
Дүшәмбеләге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Хөкүмәттең яңы составын иғлан итте. Бығаса башҡарыусы ҡушылмаһында йөрөгәндәр менән бер рәттән яңы исемдәр ҙә бар. Ә премьер-министр вазифаһында Радий Хәбиров үҙе ҡала. Уның хәҙер ике беренсе урынбаҫары – Илшат Тажетдинов һәм Андрей Назаров....
Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы һауа торошоноң үҙгәрәсәге тураһында иҫкәртә. Киләһе тәүлектәрҙә елдең тиҙлеге секундына 23 метрға тиклем етеүе ихтимал. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы был көндәрҙә айырыуса һаҡ булырға, бинанан мөмкин...
Был аҙнала Башҡортостан ауыл хужалығы эшсәндәрен ололай. Һөнәри байрамын аграрийҙар быйыл яҡшы күрһәткестәр менән ҡаршылай. Ә иң алдынғы механизаторҙар лайыҡлы бүләк – автомобиль асҡыстарын ҡулдыраны алды. Ер эшен һөйгәндәрҙе хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева ла ҡотланы.
Башҡортостандың һыу туризмы буйынса йыйылма командаһы Ҡырғыҙстандың “Һары яҙ” тип аталған тау йылғаһында йөҙөп, ҡатмарлығы буйынса алтынсы категория һынауҙы үтеп ҡайтты. Белгестәр әйтеүенсә, бындай йөҙөү Эверест тауына күтәрелеүгә тиң. Хәҙер республика спортсылары ошондай күрһәткес менән Рәсәй...
3 декабрҙә Башҡортостандың яҙыусылар берлге 85 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Оло юбилей алдынан ҡыуаныслы хәл кисерә ойошма. Берлек урынлашҡан йорт тарихи ҡомартҡы булараҡ билдәле. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса уны 19-сы быуат башында билдәле сауҙагәр Поликарпов төҙөткән....
Өфөлә үткән халыҡ-ара сараға килгән сит ил ҡунаҡтары ла был ваҡиға шаһиты булды. Мостай Кәрим һәм Карл Маркс урамдары араһындағы Хәкимов мәсете 1908 йылда һалынған. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, Совет осоронда дини йорт манараһы ҡолатыла, ә бина фабрика клубы итеп үҙгәртелә. Үҙгәрештәр дәүерендә...
Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы һәм республика ғаилә үҙәге опекун, патронат һәм баланы тәрбиәгә алған ғаиләләр араһында конкурс уҙғара. Ул 2007-се йылдан алып үткәрелә. Республикала әле ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 11 мең 635 бала иҫәпләнә. Күп бала тәрбиәләгән ғаиләләргә...
Ата-әсәләрҙең мөрәжәғәтенән һуң, прокуратура хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәргән. Бинала санитар, төҙөлөш нормалары һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлмәүе асыҡланған. Өҫтәүенә, уның бер өлөшөнә емерелеү хәүефе янай. Ҡапҡа ябыҡ, тәҙрәләргә арҡыры таҡталар ҡағылған. Яңы ғына был белем усағы...
Өфөлә Сипайлово биҫтәһендәге яңы апартаменттарҙа йәшәүселәр фатирҙарҙа һыуыҡ булыуға зарлана. Күп һанлы мөрөжәғәттәр инҡар ителә. Быйыл беренсе класҡа төшкән Агния бындай һалҡын фатирҙа йәшәрмен тип, һис тә уйламай. Дәрес эшләгәндә лә йылы өҫ кейеме кейергә тура килә. Ольга Саламасова 1 йыл элек...
Башҡортостан сауҙа ассоциацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, хаҡтар сентябрҙә үк үҙгәрә башлаған. Ойошма рәйесе Фәрит Ғиндуллин әйтеүенсә, ҡарабойҙай әлегә яҡынса 15 процентҡа ҡыйбатланған. Сентябрҙә сауҙа предприятиелары ҡарабойҙайҙың бер килограмын 35 һумдан алһа, яңыраҡ уны 46 һумдан ала башлаған...
Ауыл ерендә йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарға 36 сәғәтлек эш аҙнаһы индерелеүе ихтимал. Дәүләт Думаһы Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына икенсе уҡыуҙа ошо туралағы төҙәтмәләр ҡабул итте. Унда хеҙмәт хаҡы 40 сәғәтлек эш аҙнаһына ҡарағанда кәм булмай, тип билдәләнә. Шулай уҡ закон проекты сменалы эш графигы...
Башҡортостанда быйыл ишле һәм инвалид-бала тәрбиәләгән ғаиләләр транспорт һалымынан азат ителде. Республика парламенты ҡабул иткән үҙгәрештәр быйылдан ғәмәлдә. Тимәк 2 декабргә тиклем түләнергә тейешле мөлкәт һалымында ул иҫәпкә алынасаҡ. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары сираттағы ултырышында...
Хөкүмәттә төп финанс документ проекты тәҡдим ителде. Ҡаҙнаның тотороҡлоғон тәьмин итеү маҡсатында алдағы 5 йылда сәнәғәт етештереүсәнлеген һәм ситән йәлеп ителгән инвестициялар күләмен арттырыу маҡсаты ҡуйылған. Төбәк бюджетын ҡабул иткәндә Рәсәй Президентының май указдары һәм Радий Хәбировтың...
“Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуында күркәм ауыл, өлгөлө ғаилә һәм алтын ҡуллы оҫта номинациялыранда ҡатнашып иң күп тауыш йыйыусылар бүләкләнде. Был конкурс ниндәй хис-тойғолар ҡалдырҙы? Республика буйынса уҙғарылған “Алтын бишек” акцияһы йомғаҡтарын ҡатнашыусылар ғына түгел, ә...
Заман шарттарында башҡорт телен үҫтереү. Өфөлә «Глобалләшеү һәм полиэтник мөхит шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте: тәжрибә һәм мөмкинлектәр» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә. Кәңәшмә Башҡортостан Башлығының республиканың дәүләт һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлауға һәм...
Донъяның тиҫтәгә яҡын иле, Рәсәй төбәктәре һәм Башҡортостан белгестәре Өфөлә энергетика үҫеше йүнәлештәрен билдәләй. ВДНХ-ЭКСПО бинаһында “Урал энергетикаһы” халыҡ-ара күргәҙмәһе менән Рәсәй энергетика форумы бара. Быйыл 25-се тапҡыр ойошторолған юбилей күргәҙмәһендә һигеҙ илдән меңдән ашыу...
Милли проекттар шәхси инвестициялар өсөн нигеҙ булдыра. Уларҙың 12-һенең тап икәүһе ошо йүнәлештә эшләй. Башҡортостанда төбәк проекттарының 58-нә паспорт әҙерләнгән. 2019-24-се йылдарға дөйөм финанслау күләме 176 миллиард һум. Ошо хаҡта республикала инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ мөхитен яҡшыртыу...
Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса дәүләт комиссияһы, мәғариф учреждениелары һәм дин әһелдәре Өфөлә йәмғиәттең мөһим мәсьәләләре тураһында фекер алыша. Евразия гуманитар форумының сираттағы дүртенсе ултырышының көн тәртибендә мәғрифәтселек, мағариф һәм белем биреү өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлек...
Йоматау шифаханаһына яңы һулыш бирергә, медицина тармағы белгестәрен дәртләндереү сараларын дауам итергә, ә сираттарға юл ҡуйған етәкселәр менән хушлашырға. “Сәләмәтлек сәғәте” форматындағы кәңәшмә был юлы Өфө районында үтте. Сәфәр барышында Радий Хәбиров бер нисә предприятие эше менән дә танышты...
Республикала халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейы киң билдәләнде. Тантаналарҙа ҡатнашыу, Мостафа Сафа улын хөрмәтләп иҫкә алыу һәм тағы бер тапҡыр уның әҙәби мираҫына ҡағылыу өсөн Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән Өфөгә абруйлы ҡунаҡтар килде...
Башҡортостанда әле күп балалы ғаиләләргә танытмалар тапшырыла башланы. Ишле ғаилә тип дәлилләгән документ республикала беренсе йыл ҡулланыла башланы. Был танытма ярҙамында ғаиләләр байтаҡ ойошмаларҙа төрлө ташламаларға дәғүә итә ала. Күп балалы ғаилә танытмаһын алыу өсөн бөтә ғаилә ағзаларының...
Башҡортостанда банк хеҙмәткәрҙәре хеҙмәт ветеранын үлгән тип иҫәпләп, йыйған аҡсаһынан мәхрүм иткәндәр. Финанс ойошмаһында пенсионерҙың исем фамилияһына тура килгән некрологты гәзиттә күреп ҡалдыҡ, тип хәбәр иткәндәр. Ошонан һуң иҫәптән 300 меңгә яҡын аҡса юғалған. Хеҙмәт ветеранының...
Өфөнөң Башҡортостан архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында белем алыусы ете студент ағыуланған. Үҫмерҙәр учреждениела урынлашҡан ашханала ашап сыҡҡандан һуң үҙҙәрен насар тоя. Әле тикшереү эштәре бара. Башҡортостан архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы студенттарына...