Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Анкара менән Амстердам араһындағы вәзғиәт яңы кимәлгә сыҡты. Төркиә Голландияның әле ялда булған илсеһенә илгә инеүҙе тыйҙы. Рәсми Амстердам Төркиә вәкилдәренә ватандаштары араһында һайлау алды агитацияһы үткәреүҙе тыйғас Анкара бына ошондай аҙымға барырға мәжбүр.

Белоруссияла ҡаршылыҡ акциялары көсәйә. Халыҡ “Әрәмтамаҡтар декреты” на ризаһыҙлыҡ белдереп, президент Александр Лукашенконы вазифаһынан китергә саҡыра. Илдең иҡтисади хәле менән риза булмаған халыҡ “Лукашенконың эшләмәгән кешеләргә штраф һалыу ҡарары беҙҙе сығырыбыҙҙан сығарҙы-”, тип белдерә.

Америка дәүләт департаменты Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы программаларын иғәнәләүҙе 50 процентҡа ҡыҫҡартырға ниәтләй. Был иһә Дональд Трамптың мөһим халыҡ-ара операцияларҙан баш тартыуы тураһында һөйләй.

Сүриә хәрбиҙәре һәм террорсылар араһындағы һуғыш сәбәпле Алеппола ретро-автомобилдәр коллекцияһына зыян килгән. 30 боронғо машинаның 10-һы юҡ ителгән. Ҡалғандарына ремонт талап ителә.

Байкал күлендә боҙ гольфы буйынса турнир үткән. Күлдең экологик хәленә иғтибар йәлеп итеү маҡсатында ойошторолған турнирҙа Рәсәйҙән тыш, Ҡытай һәм Көньяҡ Корея спортсылары ла ҡатнашҡан.

Яндекс.Метрика