Төндәрен һыуыта

  • Төндәрен һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы һауа температураһының -20 градусҡа хәтлем түбәнәйеүе һәм юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы хаҡында иҫкәртә. Бөгөн  көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә, төньяҡ райондарҙа бер аҙ ҡар яуасаҡ. Һауа температураһы төндә  урыны менән 20 градусҡаса һыуыта. Идаралыҡта автоһәүәҫкәрҙәрҙе юлдарҙа томан һәм боҙлауыҡ булыуы хаҡында иҫкәртәләр.

Яндекс.Метрика