Травмотология пункттарына мөрәжәғәт итеүселәр ике тапҡырға артҡан

Травмотология пункттарына мөрәжәғәт итеүселәр ике тапҡырға артҡан.

Кешеләр тайып ҡолап аяҡ-ҡулдарын имгәтә йә бөтөнләй һындыра. Ҡасан Өфө урамдарына ҡом һиберҙәр һәм йәйәүлеләргә уңайлыҡтар булдырылыр. Рөстәм Дәүләтбаев көн һайын махсус мәктәпкә инвалид балаһын уҡырға алып бара. Юлда тайғаҡ булыу сәбәпле, ул ҡыҙының автомобиль тәгәрмәсе аҫтына инеп китеүенән ҡурҡа. Автомобилдәр иһә ҡар яҡшылап таҙартылмағас, йәйәүлеләрҙең юлынан үтә. Бында бер ҡышта ғына ике кешене бәрҙергәндәр. Ир кеше башҡа балалар өсөн дә борсола. Тамара Антонова кискә ҡарай тышҡа сыҡҡас, тайып йығылған. Пенсионер бөтә кәүҙәһе менән яурынына ҡолаған. Хәҙер хаҡлы ялдағы ҡатынға оҙаҡ ҡына дауаланырға тура киләсәк. Ә был ҡатын Йүрүҙән туҡталышынан Рәсәй урамына төшөп барғанда тайып йығылған. Хәҙер ҡулына гипс һалғас, күпмелер ваҡыт өйҙә ултырырға тура киләсәк. Башҡортостанға ысын яҙ килде. Ҡояш йылыта башлағас, ҡар ҙа тиҙ ирей башланы. Әммә, ҡыш үҙен һиҙҙертә әле. Һуңғы осорҙа көндөҙ йылыта, ә төндәрен 20 градусҡа тиклем һыуыта. Шуға күрә ҡар иреп, юлдар һырғалаҡҡа әйләнде. Боҙлауыҡта оло кешеләргә генә түгел, хатта йәштәргә лә йөрөүе ауыр. Боҙлауыҡ булыу сәбәпле зыян күреүселәр ҙә артҡан. Мәҫәлән, 21-се дауахана ҡарамағындағы травмотология пунктына бер тәүлектә 107 кеше мөрәжәғәт иткән. Башҡа көндәрҙә иһә ике тапҡырға аҙыраҡ, ти белгестәр. Был миҙгелдә боҙлауыҡ менән көрәшеү өсөн 55 мең тонна ҡом һәм 5 мең тонна ярым тоҙ әҙерләнгән. Уларҙың 6 мең кубометр самаһы торлаҡ ойошмалары өсөн тәғәйенләнгән. Баш ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшселәре боҙлауыҡ менән көрәшә, әммә, улар ваҡытында һәм бөтә ергә лә барып өлгөрмәй. Һауа температураһы үҙгәреп торғас, Өфө урамдары тиҙ арала һырғалаҡҡа әйләнә. Әммә, хәҙер халыҡ ҡарҙың күп булыуы сәбәпле урамдарҙы һыу баҫыр һәм ҡайһы бер юлдар үтә алмаҫлыҡ ҡойоға әйләнер, тип борсола.

Яндекс.Метрика