Һаҡ булығыҙ, тайғаҡ юл!

Ошондай яҙыу менән плакаттарҙы бөтә ҡала буйлап тиерлек ҡуйып сығырға мөмкин. Бигерәк тә социаль объекттарға илткән юлдарҙың һәм туҡталыштарҙың таҙартылмауы хәүеф тыуҙыра. Улар өсөн кем яуаплы һәм йығылып имгәнгән осраҡта кемде ғәйепләргә? Нәсимә Сәфиуллина ваҡ-ваҡ аҙымдар менән яйлап ҡына туҡталышҡа юллана. Ҡатын тайғаҡ юлдан бер-нисә тапҡыр ҡолап, имгәнгән булған. Ауыҙы бер бешкән аҙаҡ өрөп ҡаба, тиҙәр шул.Өфөнөң Дим районы Новороссийск туҡталышы, ысынлап та, һырғалаҡты хәтерләтә. Төндә һыуыҡ, көндөҙ йылы булыу сәбәпле ҡар иреп, боҙға әйләнгән. Туҡталыштарҙы кем таҙартырға тейеш һәм унда йығылып йәрәхәт алған осраҡта кемде ғәйепләргә тигән һорау ҡала халҡы араһында әле бигерәк тә актуаль. Баҡтиһәң, йәмәғәт транспорты туҡталыштары ике төргә бүленә.Һатыу нөктәһен асырға йыйынғанда эшҡыуар менән мотлаҡ килешеү төҙөлә һәм ул туҡталышты таҙа тоторға бурыслы. Әгәр ҙә был вәғәҙә үтәлмәй икән, административ протокол төҙөлә. Ысынлап та, юлдың бер яғында өйөлгән ҡар, ә икенсеһендә туҙан осоп ятҡан таҡыр һуҡмаҡ ныҡ күҙгә салына. Ә Новороссийск туҡталышының хужаһы әлегә Рәсәйҙә түгел, уны таба алмайбыҙ, тип аңлаттылар район хакимиәтендә. Яртылаш ҡына таҙартылған туҡталыштар ҙа йыш осрай. Һөҙөмтәлә, боҙ баҫҡыстар хасил була.Ә был юл туҡталыштан дауаханаға илтә. Уны юл тип тә атауы ҡыйын. Хатта тротуар ҙа күренмәй. Шуға йәйәүлеләргә лә, автомобилдәргә лә бер урындан йөрөргә тура килә. Тайғаҡ юлда йығылып имгәнеүҙән тыш, машина аҫтына инеп китеү ҡурҡынысы ла янай. Автоһәүәҫкәрҙәргә лә тайғаҡ юл. Машиналар тайып китеп, бер-береһенә бәрелмәһен өсөн яйлап ҡына йөрөргә тура килә. Бигерәк тә, бәләкәй балалар менән йөрөгән әсәйҙәргә ауыр. Үҙенең генә түгел, бер юлы балаһының да хәүефһеҙлеген ҡайғыртыр кәрәк.Мәктәп, балалар баҡсаһы кеүек социаль объекттарға  илткән юлдарҙың таҙартылмауы күберәк хәүеф тыуҙыра. 

Яндекс.Метрика