Хәбәрселәр Росгвардияның махсус отряды күнекмәләрендә ҡатнашты

Хәбәрселәр Росгвардияның махсус отряды  күнекмәләрендә ҡатнашты.

Росгвардияның Махсус отряды хеҙмәткәрҙәренең һәр көнө физик күнекмәләрҙән башлана. 5 саҡрым араны, төрлө таулы урындарҙан, билдәләнгән ваҡытта йүгереп үтер кәрәк. Артабан күнекмәләр спорт залында дауам итә. Махсус тәғәйенләнештәге отрядҡа эләгеүе еңелдән түгел. Был отрядтың төп маҡсаты –террорсылар һәм енәйәтселәргә ҡаршы көрәш. Әле лә улар бер-нисә айға командировкаға әҙерләнә.Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре, атыу ҡоралдары менән ҡулланыуҙан тыш, ҡул һуғышы серҙәрен дә белергә тейеш. Махсус отряд хеҙмәткәрҙәре ҡаршыһында торған кешене тиҙ арала ҡоралһыҙландырырға тейеш. Бында әлбиттә тәү сиратта физик көс һәм тактик алым талап ителә.Журналистарға бейек бинанан арҡан менән төшөү бурысы ҡуйылды. Был күнекмә СОБР хеҙмәткәрен физик һәм психологик яҡтан  тәрбиәләүҙә мөһим урын алып тора.Махсус тәғәйенләнешле отрядтың һәр хеҙмәткәре үҙенең бурысын яҡшы аңлай. Улар кәрәк саҡта терроризмға ҡаршы тороу, тыныс ваҡытта тотороҡло хәлде һаҡлап ҡалыуға тулыһынса әҙер.  



Яндекс.Метрика