Енәйәтселәр еңел юл менән аҡса эшләүҙең тағы бер ысулын тапҡан

Енәйәтселәр еңел юл менән аҡса эшләүҙең тағы бер ысулын тапҡан. Калинин районында яңғыҙы донъя көткән пенсионер көпә -көндөҙ үҙ өйөндә мут ҡатын ҡулына 430 мең һум аҡса биреп сығарып ебәрә.

86 йәшлек Мария Кузьмина йортона таныш булмаған ҡатын килеп үҙен социаль хеҙмәткәр, тип таныштыра. Ул тиҙҙән аҡса алышыныуы хаҡында хәбәр итә һәм булған купюраларҙың һандарын теркәү кәрәклеген белдерә. Енәйәтсе һүҙенә ышанған хужабикә булған ҡул аҡсаһын сығарып бирә. Аҡсаны ҡулына алыу менән ҡатын  пенсионерҙы этеп йығып сығып та ҡаса. 

10 йылға яҡын йыйған 430 мең аҡсаның бер көн эсендә сит ҡулдарға эләгеүен хужабикә ауыр кисерә. Әйткәндәй, был хәлдән алда тап ошо йортҡа ят кешеләр төрлө хәйлә табып һәр бер фатирға шылтыратып йөрөгән.

Бындай хеҙмәттәр күрһәтеү һәм тәҡдим итеү социаль хеҙмәткәрҙәр вәкәләтенә инмәй.

Мутлашыусылар күп осраҡта үҙҙәренең ҡорбанын урамда күҙәтеп ҡайҙа йәшәгәнен асыҡлай. Енәйәтселәр айырыуса ҡала ерҙәрендә әүҙем.

Бындай хәл Өфөлә беренсегә түгел. Ундай кешеләр күбеһенсә пенсионерҙарға йөрөргә тырыша. Шуға күрә әгәр ҙә йортҡа ят кеше килеп, газ тикшерергә йә иһә әйбер һатырға тәҡдим итһә, тәүҙә уның документтарын тикшерегеҙ. Һәм шул компанияға шылтыратып ысынлап та шундай хеҙмәткәр эшләйме икәнлеген асыҡларға онотмағыҙ. 

Социаль хеҙмәткәр тип танытып пенсионерҙарҙы алдаусы ҡатынға 30 йәш самаһы, урта буйҙа, ҡара төҫтә куртҡа һәм салбар кейгән. Енәйәтсе тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәрҙән  242-13-72 йәки  02 телефонына  шылтыратыу һорала. 

Яндекс.Метрика