Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Севастополда 3 мең уҡыусы һәм студент “Мәңгегә Рәсәй менән” акцияһында үҙенсәлекле флешмоб үткәргән.  Ҡырымдың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуына арналған референдумдың өс йыллығына улар Рәсәй  флагы  төҫтәрендә  теҙелеп баҫҡан.  

Сицилияла Этна вулканынан ағып сыҡҡан утлы шыйыҡсала 10 кеше зыян күргән. Уларҙың барыһы ла быға тиклем вулкан атылғанын күрмәгән туристар. Алты кеше дауаханаға мөрәжәғәт иткән. Апрелдә атыла башлаған Этна әле һаман әүҙемлеген юғалтмай.

Перула һыу баҫыу сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл индерелгән. Һуңғы ун йылдағы иң ҙур һыу баҫыуҙан 60 кеше һәләк булған. Күптәр хәбәрһеҙ юғалған. Мәктәптәр ябылған. 8 мең йортто һыу ағыҙып алып киткән. 546 мең кеше йорт-ҡаралтыһыҙ тороп ҡалған. Синоптиктар раҫлауынса, Тымыҡ океанда һыу йылыныу сәбәпле Перула туҡтауһыҙ ямғырҙар яуа.

Японияла Роботель эшләй башлаған. Бында администраторҙар… динозаврҙар. Улар ҡунаҡханаға килеүселәрҙе ҡабул итә, бүлмәләргә урынлашыу өсөн асҡыстар тапшыра белә.  Роботелдәрҙә, нигеҙҙә, балалы ғаиләләр туҡтала икән.



Яндекс.Метрика