Өфөлә яңғыҙ әсә балалар баҡсаһы тәрбиәсеһен ҡыҙын йәберләүҙә ғәйепләй

Өфөлә яңғыҙ әсә балалар баҡсаһы тәрбиәсеһен ҡыҙын йәберләүҙә ғәйепләй. Тәрбиәсе иһә үҙ ғәйебен бөтөнләй танырға теләмәй.  Яҡтар фекерен хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина тыңланы.

Дүрт йәшлек Ева хәҙер таныш түгел кешеләргә шикләнеү менән ҡарай. Бар низағ балалар баҡсаһында төркөм фондына ваҡытында аҡса бирә алмағандан килеп сыҡты, ти ҡыҙҙың әсәһе.

Ҡатын белдереүенсә, тәрбиәсе бер көндө хатта өс йәшлек сабыйҙың муйынындағы тәреһен дә йолҡоп ала.

Елена белдереүенсә, баланан төрлөсә көлөү бының менән генә тамамланмай. Бер көндө Еваны балалар баҡсаһынан алып ҡайтҡас, ул ныҡ башы ауыртыуға зарланып илай.

Был низағтан һуң Еваны икенсе төркөмгә күсерәләр. Тик хәл үҙгәрмәй. Ахыр сиктә аптыраған әсә судҡа мөрәжәғәт итә.

Белгестәр баланың психологик йәрәхәт алыуын иҫбатлай, был хаҡта табиптарҙың һығымтаһы ла бар. Тик тәрбиәсе ғәйепләүҙәрҙе танырға теләмәй.

Бер йыл эсендә балалар баҡсаһы мөдире лә үҙгәрә. Тик бында бер-нисә ай ғына эшләүемә ҡарамаҫтан, тәрбиәсе миндә тик яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы, ти Татьяна Мануилова.

Кем ғәйепле? Тәрбиәсеме, әллә башҡаларҙан ғәйеп эҙләүсе әсә кешеме? Әлегә һорау асыҡ ҡала. Был эш тағы ла бер тапҡыр судта ҡараласаҡ.

Яндекс.Метрика