Башҡортостанда умартасылар бал ҡорттарының хәленә борсолоу белдерә

  • Башҡортостанда умартасылар бал ҡорттарының хәленә борсолоу белдерә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда умартасылар бал ҡорттарының хәленә борсолоу белдерә. Ҡайһы бер райондарҙан бал ҡорттарының ҡырыҫ ҡышты бик насар үткәреүе хаҡында хәбәрҙәр килә.

Айырым райондарҙа бал ҡорттарының үлеү кимәле 60-80 процентҡа етә. Аныҡ ҡына һандар март аҙағында, умартасылар күстәрҙе ҡышлау урындарынан сығара башлағас билдәле буласаҡ. Республикала әле 357 мең күс иҫәпләнә, уларҙың 83 проценты – шәхси хужалыҡтарҙа, 13 проценты – крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында һәм 4 проценты – ауыл хужалығы предприятиеларында. Йыл һайын республикала 6 мең ЯРЫМ тонна бал етештерелә.

Яндекс.Метрика