Республикала яҙғы ташҡынға халыҡ етди әҙерләнә

  • Республикала яҙғы ташҡынға халыҡ етди әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала яҙғы ташҡынға халыҡ етди әҙерләнә.

Белорет районы Ғәбдөк ауылында йәшәүселәр тәбиғәттең был күренешен айырыуса хәүефләнеп көтә. Киләһе аҙнала Инйәрҙә боҙ китер, тип фаразлана. Тап ошо осорҙа ауылды һыу баҫа ла инде. Бынан 4 йыл элек апрель башында ауылда 40-тан ашыу йорт һыу аҫтында ҡалғайны.  Ҡош-ҡорт һәләк булды. Ауыл халҡы махсус сигнал булһа, ҡотҡарыу хеҙмәттәре тулы әҙерлектә булһа был фажиғәнән ҡотолоп булыр ине, тип иҫәпләй. 



Яндекс.Метрика