Башҡортостан юлдарының яртыһы төҙөкләндереләсәк

  • Башҡортостан юлдарының яртыһы төҙөкләндереләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан юлдарының яртыһы төҙөкләндереләсәк.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” федераль программаһына ярашлы, 2018-се йылға тиклем трассаларҙың яртыһынан күберәген яҡшы торошҡа килтереү күҙаллана. Уның маҡсаты – фәжиғәле авариялар һанын кәметеү. Башҡортостан Республикаһы Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, һүҙ Өфө, Благовещен, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко һәм Шишмә райондарындағы проблемалы участкалар хаҡында бара. Шул уҡ ваҡытта, төп иғтибар — Өфөгә йүнәлтелә. 2025-се йылға баш ҡалалағы һәм уның янындағы юлдарҙың 85 процентҡа тиклемен төҙөкләндереү планлаштырыла.



Яндекс.Метрика