Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Төркиә президенты Германия канцлерын нацист алымдарын ҡулланыуҙа ғәйепләй. Германия һайлау алды кампанияһы сиктәрендә Төркиә сәйәсмәндәре сығыштарын тыйғас, Эрдоган һөжүмгә күсте һәм Меркельдан Төркиә ватандаштары азатлығын сикләмәҫкә саҡырҙы.

Дамаск ҡалаһында Сүриә армияһы радикаль төркөмсәләргә ҡаршы махсус операция башланы. Яуап итеп террорсылар ҡаланың тыныс халыҡ йәшәгән райондарын утҡа тотҡан.

Перула һыу баҫыуҙан кәм тигәндә 72 кеше һәләк булған. Хәбәрһеҙ юғалыусылар ҙа бихисап. Белгестәр әйтеүенсә, был һуңғы ун йылдағы иң ҙур ғәҙәттән тыш хәл.

Германияның Бонн ҡалаһында элекке ГДР-ҙағы иң билдәле бинаны емергәндәр. 60 метрлыҡ Бонн сентенв емереү өсөн 250 килограмм динамит кәрәккән. Уның урынына офистар төҙөләсәк.

Екатеринбургта тарихта тәүге тапҡыр автокерлинг буйынса ярыштар үтте. Унда гранит таштар урынына ОКА машиналары ҡулланылған. Чемпион исеменә 10 кешенән торған 4 команда ярышҡан.  



Яндекс.Метрика