Белгестәр быйылғы яҙғы ташҡынға яҡынса күҙаллау яһаны

  • Белгестәр быйылғы яҙғы ташҡынға яҡынса күҙаллау яһаны | ГТРК «Башкортостан»

Республикала яҙғы ташҡынға бәйле хәл, көндәр йылытһа ла, тотороҡло булып ҡала. Һыу баҫыу тураһында хәбәрҙәр юҡ. Ул арала белгестәр быйылғы яҙғы ташҡынға яҡынса күҙаллау яһаны. Быйыл ул уртаса кимәлдән юғарыраҡ булыр көтөлә.Ысын яҙ Башҡортостанда 4-8 апрелдә башлана, йылғалар 10-15 апрелдә боҙҙан әрселәсәк. Ташҡын буйынса рәсми фараз 25 мартта иғлан ителә һәм шул саҡта апрелдә ниндәй һауа торошон көтөргә кәрәклеге билдәле буласаҡ. Әгәр ул йылы булһа, синоптиктар ташҡындың көслө буласағын фаразлай. Ташҡын күп осраҡта һауа шарттарына бәйле. Һыу баҫыу ҡурҡынысы янағанда тәү сиратта үҙеңде тыныс тоторға, ҡурҡыуға бирелмәҫкә һәм 112 номеры буйынса берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр итергә кәрәк, тип иҫкәртә белгестәр.

Яндекс.Метрика