Һаулыҡ өсөн хәүефле шыйыҡса

Республикала көндәр йылыныу менән юл буйҙарында  автомобиль тәҙрәһен  таҙартыу шыйыҡсаларын һатыусылар ҙа күбәйҙе. Белгестәр әйтеүенсә, бындай шыйыҡсаларҙы махсус кибеттәрҙә генә һатып алырға кәрәк. Әммә күптәр, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып,  оло юл буйҙарында һатылған шыйыҡсаны алыуҙан да тартынмай. Шыйыҡса менән юл буйында һатыу иткән егет беҙҙе күреү менән тиҙерәк ҡасыу яғын ҡарай.  Көндәр йылытыу менән  сифаты  шикле булған тауар менән сауҙа итеүселәр ҡырҡа артты. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа  урамда уҡ  туңған был шыйыҡса, белгестәр әйтеүенсә, тәҙрә таҙартыу өсөн бөтөнләй ярамай. Туңмай торған тәҙрә йыуыу өсөн тәғәйенләнгән шыйыҡсалар күп осраҡта зарарлы матдәләрҙең бер-нисә тапҡырға артыҡ булыуы асыҡлана. Был иһә кеше ғүмере өсөн ҙур хәүеф менән янай. Хатта ҡайһы бер осраҡтарҙа оло фажиғә менән тамамланыуы ихтимал.Әгәрҙә 2000-се йылдар башында, туңмай торған шыйыҡсаны этил һәм изопропил ҡушып етештерһәләр, хәҙер иһә уның составында метанол йәки метил спирты ла бар. Был зарарлы матдә, уның  боҫы  күҙгә зыянлы. Халыҡ араһында тәҙрә таҙартыу шыйыҡсаһы күбекләнһә, тимәк ул сифатлы тигән имеш-мимеш бар.  Әммә күптәр шыйыҡсаға күпереү компоненттары ҡушылыуын онотоп ебәрә.Декабрь айынан башлап Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы тап ошондай ҡатнашма һатыусыларға ҡарата утыҙҙан ашыу административ протокол төҙөлгән. Тикшерелгән тауарҙарҙа метил спиртының бер-нисә тапҡырға артыҡ булыуы асыҡланған.Әгәрҙә туңмай торған шыйыҡсала метанол 0,05%-тан артһа, кеше һаулығы өсөн хәүеф янай. Белгестәр әйтеүенсә, Башҡортостанда  быйыл сифатһыҙ тауарҙан 5 кеше зыян күргән.Республикала һатылған шыйыҡсаларҙың 40 процентының ҡайҙан килеп сыҡҡаны һәм кем етештергәне билдәһеҙ. Шуның өсөн тәҙрә таҙартыу  өсөн тәғәйенләнгән шыйыҡсаны алыр алдынан тәү сиратта уның сертификатына һәм составына иғтибар итергә  кәрәк. 



Яндекс.Метрика