Өфөләге иң килемле вакансиялар асыҡланды

  • Өфөләге иң килемле вакансиялар асыҡланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөләге иң килемле вакансиялар асыҡланды.

Февраль рейтингының лидеры – 120-250 мең эш хаҡы менән айырым бүлектәр төркөмө етәксеһе вакансияһы тора. Баш ҡалала төбәк директоры һәм проект етәксеһе сифатында эшләү өсөн ай һайын кәмендә 100 мең һум түләргә әҙерҙәр. Төҙөлөш өлкәһендә мастер, етештереү-техник бүлеге инженеры 70-100 мең һумлыҡ эш хаҡына иҫәп тота ала. Ә күпер төҙөлөшөндә баш инженер 70 меңдән дә кәм булмаған эш хаҡына дәғүә итә. Электр-монтаж эштәре буйынса участка мастеры өсөн тәҡдим – 55-60 мең һум.

Яндекс.Метрика