Оло һыуҙы ҡаршылап

Республиканың барлыҡ киң мәғлүмәт сараларында ла яҙғы ташҡын иң төп темаларҙың береһе булып ҡала.  Сөнки фаразлауҙар буйынса, бик күп йорттарҙы һыу аҫтында ҡалыр, тип көтөлә.  Шуға ла һыу баҫыу ихтималлығы булған урындарҙа йәшәүселәргә әленән үк ҡош-ҡорттарын имен урындарға күсереү яйын хәстәрләргә тәҡдим ителә. Республика һыуһаҡлағыстарында ирегән ҡар һыуҙарын ҡабул итер өсөн быуалар бушатыла. Павловкала мәҫәлән, 1 апрелгә тиклем 10 процент ҡына һыу ҡалырға тейеш. Ташҡынды бында былтырғынан һуңыраҡ көтәләр, әммә ҡарҙың күп булыуын иҫәпкә алғанда һыу күберәк булыуы ла ихтимал. Земфира Мамаева тәүлегенә 3 тапҡыр быуалағы һыу кимәлен тикшереп уны электрон датчиктағы менән сағыштырып бара. Ташҡын алдынан аныҡ күрһәткестәрҙе белеү мөһим, ти инженер гидротехник.Ташҡын ваҡытында ҙур йылғаларҙағы кимәлде контролдә тотоу Павловка кеүек быуалар ярҙамында ғына мөмкин. Һыуһаҡлағыста оло һыуға әҙерлек эштәре йәйҙән үк башлана. Был ваҡытҡа Павловка һыуһаҡлаҡысының кимәле Балтик система буйынса иҫәпләгәндә, 140 метрға еткән була. Уны гидроҡоролмалағы аҡ һыҙаттан яҡшы күрергә мөмкин. Әле быуалағы һыу кимәле яҡынса 8 метрға төшкән. Ташҡын башланғанға тиклем, ә был яҡынса 1 апрель буласаҡ, тағы ла 1 метрға кәметелергә тейеш.Республикалағы иң оло гидроҡоролма 6-сы тиҫтәһен ваҡлай. Һыуһаҡлағыс 1979 йылғы иң ҙур ташҡынды тотҡарлап ҡала алды тип хәтерләй бында эшләүселәр. Ул ваҡытта һыу секундына 5 мең 300 кубометр тиҙлек менән ағыла. Былтыр мәҫәлән ул ике тапҡырға әҙерәк булған.Ташҡынға әҙерлек эштәре бында теүәлләнгән, тип әйтергә мөмкин. Водолаздар гидроҡоролманың һыу аҫтындағы өлөшөн тикшереп сыҡҡан, әле һыу күтәрелгән ваҡытта йыуыла торған стеналарҙа ремонт эштәре бара. Быуа әле кәмендә 40-50 йыл хеҙмәт итәсәк ти белгестәр. Былтыр яҙ иртә килеү сәбәпле ташҡын иртәрәк башланһа, быйыл уны һуңыраҡ көтәләр, шулай ҙа барыһы ла һауа торошона бәйле. Ташҡынға ҡаршы республика комиссияһы аныҡ ҡарарҙар ҡабул итеү менән быуанан һыу ташлау башланасаҡ.

Яндекс.Метрика