Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Сүриәлә йәшәүселәр Америка хәрбиҙәренең мәсеткә килгән 40 кешене үлтереүе тураһында хәбәр иткән. Был енәйәт буйынса Ҡушма Штаттарҙың оборона министрлығы рәсми тикшереү башлаған. Улар  “Беҙҙең хәрбиҙәр “Әль Ҡәида” позицияларын утҡа тото,”- тип аҡланып маташҡан.

Перула һыу баҫыу сәбәпле кәм тигәндә 80 кеше һәләк булған. Һуңғы ун йылдағы иң ҙур ҡазала 100 мең кеше йорт-ҡаралтыһыҙ ҡалған, 600 меңдән ашыу кеше матди зыян күргән.

Рәсәйҙә пилотһыҙ йөк автомобилдәре операторҙары профсоюзы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был ойошма водителдәрҙе пилотһыҙ машина операторы булырға өйрәтер һәм уларҙы хоҡуҡи яҡлар, тип көтөлә. Был тәҡдим авторҙары- йөк ташыусы компания вәкилдәре. Улар профсоюз менән мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә кәрәк, сөнки пилортһыҙ транпорт өлкәһендә технологиялар бик йылдар үҫешә, тип иҫәпләй.

Билдәле бер компания водителдәргә тығындарҙы тиҙ арала үтеү өсөн махсус автомобиль эшләгән. Джип нигеҙендәге трансформер гидравлик механизмдар ярҙамында кузовты 3 метрға тиклем күтәрә ала. Шулай итеп, был машина тығында ултырған автомобилдәрҙең өҫтөнән бер ҡыйынлыҡһыҙ ғына үтә лә китә. Трансформер мөмкинлектәрен күптәр баһалап өлгөргән. Уның хаҡы әлегә билдәле түгел.

Испанияла биш көндөк карнавал, конкурстар һәм үгеҙҙәр һуғышы ут фестивале менән  тамамланған. Борондан килгән был традиция  йылдан-йыл яңы тамашалар менән тулылана бара. Хәҙер фестиваль ваҡытында донъялағы ваҡиғаларға яуап итеп сәйәсмәндәрҙең һындары ла яндырыла башланы.

Яндекс.Метрика