Балалар баҡсаһы өсөн льготаларҙы нисек юлларға?

  • Балалар баҡсаһы өсөн  льготаларҙы нисек юлларға? | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй-Башҡортостан каналы медиаүҙәгендә матбуғат конференцияһында төбәктең мәғариф министры һәм мәғариф өлкәһе белгестәре ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирҙе. Башҡа йылдарҙан айырмалы, берҙәм дәүләт имтихандарын быйыл сығарылыш уҡыусылары башҡа йылдарҙа мәктәп тамамлаусыларҙан айырым тапшырасаҡ. Контроль-үлсәү материалдары менән конверт тик имтихан башланыр алдынан ғына асыла. 1 апрелдән республиканың  балалар баҡсаларында туҡландырыу аутсорсинг системаһына күсһә, артабан йыйыштырыу эштәрен, балаларҙы ташыу мәсьәләрен дә сит ойошмаларға йөкләү ҡаралған. Һуңғы осорҙа буталсыҡтар тыуҙырған – балалар баҡсаһында түләүҙәрҙең артыуы һәм уны кәметеү өсөн компенсация юллау  тураһында һорауҙарға ла  Гөлназ Радмил ҡыҙы  асыҡлыҡ индерҙе. 

Яндекс.Метрика