Башҡорт балы кем милке?

Республикала  төп милли брендтың береһе булған башҡорт балы исеме өсөн ғауға бара. “Башҡорт умарталыҡтары+” йәмғиәте менән  апитерапия һәм умартасылыҡ ғилми-тикшеренеү үҙәге уртаҡ һүҙгә килә алмай бер-береһен ғәйепләй. Оппонентарҙың береһе башҡорт балы исеме хәҙер монополистар ҡулында түгел, тип иҫәпләһә, ҡаршы торған яҡ башҡорт балы исеме менән хәҙер ялған татлы ризыҡтың таралыуы бар, тигән фекерҙә. “Башҡорт балы” бренды кем файҙаһына эшләргә тейеш? Бал тиһәң – бер кәмей, бармаҡ тыҡһаң ике кәмей. Башҡорт халҡының бал тураһындағы был мәҡәле һаман да мөһимлеген юғалтмай. Татлы ризыҡ баҙарындағы һуңғы үҙгәрештәр республика умартасыларына тынғы бирмәй. Ни тиһәң дә, ҡонда төп бренд – башҡорт балы. Республикала йылына уртаса 5 мең тонна бал етештерелеүен иҫәпкә алғанда, ҙур ғына күләмдә аҡса йыйылыуын йәшереп булмай.  Килеп тыуған ғауғаның сәбәбе бер. Быға тиклем “Башҡорт балы” тигән исем аҫтында тауар һатыу хоҡуғы республиканың умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәгендә генә булып, уның менән ҡулланыу айырым ҡағиҙәгә ярашлы башҡарыла ине.  Хәҙер иһә тағы ла бер ойошма ошо уҡ исемгә- “Башҡорт балы” брендына үҙен хужа итеп танытты. Республика данын ҡитғаларға танытҡан башҡорт балынан хәҙер тоҙ тәме килеүе лә бар. Сөнки, бренд өсөн ғауға ҡыҙғандан-ҡыҙа.  Тик был дәғүәләр урынлымы һуң. Ни өсөн башҡорт балы тигән исем ябай ҡортсолар мәнфәғәтенә эшләмәй. Республиканың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса фәнни үҙәк етәксеһе Әмир Ишемғолов фекере башҡасараҡ. Башҡорт балы тигән брендтан эшҡыуарҙар өсөн йөҙҙәрсә миллион һумлыҡ табыш еҫе килә. Ул сәскәнекенә лә, йүкәнекенә лә оҡшамаған. Аҡса еҫе һәм тәме бөтөнләй башҡаса, ти Әмир Ишемғолов.  Проблемалар хәҙер умартасыларҙы күс айырған ояға әйләндереүе бар. Яҡтар үҙ дөрөҫлөгөн һүҙҙә түгел, ә рәсми ҡағыҙҙарҙа раҫларға тырыша.  “Башҡорт балы” брендының  бер түгел ике хужаһы Башҡортостан Хөкүмәтендә лә яҡлау табырына ышана. Вәғәҙәләр ҙә ышандырырлыҡ. “Башҡорт балы” ойошмаһы вәкилдәре хәҙер умартасыларға ирек бар, тип һөйләһә, уларҙың оппоненттары иһә, был компания Өфөлә башҡорт балы исеме менән сауҙа итер өсөн генә теркәлгән, тип белдерә. Өҫтәлгә ҡуйылған балды һәр кем ауыҙ итергә тейеш. Бигерәк тә һүҙ милли бренд – башҡорт балы тураһында барғанда. Ә милли ризыҡ исеме  менән һатыулашҡандар ни өсөндөр үҙ –ара аңлаша алмай. Дәүләт йыйылышы – ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова фекеренсә, башҡорт балын Башҡортостан кеүек яратырға кәрәк. Башҡортостандың донъя кимәлендә апимондия форумын ҡаршыларға йыйыныуы алдынан, был ғауға бер кемгә лә кәрәк түгел. бер ҡалаҡ дегет батман балды боҙа тигән кеүек, бында дегетлек түгел,  ә егетлек кәрәк. Тик яҡтар, баллап сәй эсергә йыйынмай. Уларҙың дуҫлашыр теләгенә өмөт аҙыраҡ. Ә…. бөрйән умартасыларының үҙ хәстәре. Быйыл республиканың тиҫтәләрсә районында ҡышҡылыҡҡа ябылған ҡорттар һәләк булған. Айырым төбәктәрҙә юғалтыуҙар 60  процентҡа тиклем еткән. Бар өмөт йылы яҙ менән матур йәйгә. Йүкә, сәскәнең баллы буласағына өмөт итә ауыл умартасылары. Башҡорт балы бренды һәм был тауар аҡса эшләүгә генә ҡоролмауы ла шарт. Бөгөн тәү сиратта, ябай умартасылар, тимәк, ябай халыҡ мәнфәғәте тәүге урында тороуы отошло буласаҡ.  

Яндекс.Метрика