Республикала төп милли брендтың береһе булған башҡорт балы исеме өсөн ғауға бара. “Башҡорт умарталыҡтары+” йәмғиәте менән апитерапия һәм умартасылыҡ ғилми-тикшеренеү үҙәге уртаҡ һүҙгә килә алмай бер-береһен ғәйепләй. Оппонентарҙың береһе башҡорт балы исеме хәҙер монополистар ҡулында түгел, тип иҫәпләһә, ҡаршы торған яҡ башҡорт балы исеме менән хәҙер ялған татлы ризыҡтың таралыуы бар, тигән фекерҙә. “Башҡорт балы” бренды кем файҙаһына эшләргә тейеш? Бал тиһәң – бер кәмей, бармаҡ тыҡһаң ике кәмей. Башҡорт халҡының бал тураһындағы был мәҡәле һаман да мөһимлеген юғалтмай. Татлы ризыҡ баҙарындағы һуңғы үҙгәрештәр республика умартасыларына тынғы бирмәй. Ни тиһәң дә, ҡонда төп бренд – башҡорт балы. Республикала йылына уртаса 5 мең тонна бал етештерелеүен иҫәпкә алғанда, ҙур ғына күләмдә аҡса йыйылыуын йәшереп булмай. Килеп тыуған ғауғаның сәбәбе бер. Быға тиклем “Башҡорт балы” тигән исем аҫтында тауар һатыу хоҡуғы республиканың умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәгендә генә булып, уның менән ҡулланыу айырым ҡағиҙәгә ярашлы башҡарыла ине. Хәҙер иһә тағы ла бер ойошма ошо уҡ исемгә- “Башҡорт балы” брендына үҙен хужа итеп танытты. Республика данын ҡитғаларға танытҡан башҡорт балынан хәҙер тоҙ тәме килеүе лә бар. Сөнки, бренд өсөн ғауға ҡыҙғандан-ҡыҙа. Тик был дәғүәләр урынлымы һуң. Ни өсөн башҡорт балы тигән исем ябай ҡортсолар мәнфәғәтенә эшләмәй. Республиканың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса фәнни үҙәк етәксеһе Әмир Ишемғолов фекере башҡасараҡ. Башҡорт балы тигән брендтан эшҡыуарҙар өсөн йөҙҙәрсә миллион һумлыҡ табыш еҫе килә. Ул сәскәнекенә лә, йүкәнекенә лә оҡшамаған. Аҡса еҫе һәм тәме бөтөнләй башҡаса, ти Әмир Ишемғолов. Проблемалар хәҙер умартасыларҙы күс айырған ояға әйләндереүе бар. Яҡтар үҙ дөрөҫлөгөн һүҙҙә түгел, ә рәсми ҡағыҙҙарҙа раҫларға тырыша. “Башҡорт балы” брендының бер түгел ике хужаһы Башҡортостан Хөкүмәтендә лә яҡлау табырына ышана. Вәғәҙәләр ҙә ышандырырлыҡ. “Башҡорт балы” ойошмаһы вәкилдәре хәҙер умартасыларға ирек бар, тип һөйләһә, уларҙың оппоненттары иһә, был компания Өфөлә башҡорт балы исеме менән сауҙа итер өсөн генә теркәлгән, тип белдерә. Өҫтәлгә ҡуйылған балды һәр кем ауыҙ итергә тейеш. Бигерәк тә һүҙ милли бренд – башҡорт балы тураһында барғанда. Ә милли ризыҡ исеме менән һатыулашҡандар ни өсөндөр үҙ –ара аңлаша алмай. Дәүләт йыйылышы – ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова фекеренсә, башҡорт балын Башҡортостан кеүек яратырға кәрәк. Башҡортостандың донъя кимәлендә апимондия форумын ҡаршыларға йыйыныуы алдынан, был ғауға бер кемгә лә кәрәк түгел. бер ҡалаҡ дегет батман балды боҙа тигән кеүек, бында дегетлек түгел, ә егетлек кәрәк. Тик яҡтар, баллап сәй эсергә йыйынмай. Уларҙың дуҫлашыр теләгенә өмөт аҙыраҡ. Ә…. бөрйән умартасыларының үҙ хәстәре. Быйыл республиканың тиҫтәләрсә районында ҡышҡылыҡҡа ябылған ҡорттар һәләк булған. Айырым төбәктәрҙә юғалтыуҙар 60 процентҡа тиклем еткән. Бар өмөт йылы яҙ менән матур йәйгә. Йүкә, сәскәнең баллы буласағына өмөт итә ауыл умартасылары. Башҡорт балы бренды һәм был тауар аҡса эшләүгә генә ҡоролмауы ла шарт. Бөгөн тәү сиратта, ябай умартасылар, тимәк, ябай халыҡ мәнфәғәте тәүге урында тороуы отошло буласаҡ.
- ҺУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР
- Башҡорт балы кем милке?
Хәбәрҙәр

“Мостай иле” телевидениеһы үҙ ишектәрен асты
Уҡыусылар өсөн ҙур мөмкинлектәр. Өфөнөң 158-се башҡорт гимназияһы быйыл Мостай Кәримгә йөҙ йыл тулыу айҡанлы республика Башлығы грантына лайыҡ булды. Күрһәтелгән ярҙам менән гимназияла “Мостай иле” телевидениеһы үҙ ишектәрен асты. Киләсәктә зәңгәр экрандарҙа эшләргә теләүселәр хәҙер был һөнәрҙең...

Башҡортостан яңы йылды ҡаршыларға тулыһынса әҙер
Шыршы, байрам иллюминацияһы, яҡтыртыу ҡоролмалары, боҙ ҡаласыҡтары һәм сәхнәләр. Башҡортостан яңы йылды ҡаршыларға тулыһынса әҙер. Төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, быйыл 10 декабргә тиклем Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡала-райондарҙағы төп майҙансыҡтарҙа шыршылар урынлаштырып, боҙ...

Байрам көндәрендә спиртлы эсемлектәр һатыу сикләнә
Әйткәндәй, Башҡортостанда спиртлы эсемлектәр һатыуҙы 3 ғинуар бөтөнләй тыйырға, 4,5 һәм 6-һында сикләргә тәҡдим ителде. Шулай итеп, 3 ғинуар хәмер һатыу бөтөнләй тыйыла, ә артабанғы 3 көндә спиртлы эсемлектәр иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем генә һатыла. Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡлау...

Республика башлығы Радий Хәбиров ҡала һәм райондарҙа сүп-сар реформаһын бойомға ашырыуға иғтибарҙы бермә-бер арттырырға ҡушты
Республика башлығы Радий Хәбиров ҡала һәм райондарҙа сүп-сар реформаһын бойомға ашырыуға иғтибарҙы бермә-бер арттырырға ҡушты. Ошо йәһәттән хәҙер аҙна һайын иртәнге һигеҙҙә Хөкүмәттә махсус кәңәшмә үтәсәк. Был хаҡта Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостан юлдарында...

Мөмкинлектәре сикләнһә лә уларҙың хыялдары, теләктәре, хоҡуҡтары сикләнмәгән
Улар өсөн былай ҙа ауырлыҡтарҙан ҡоролған тормоштоң рәхәтен тойоп йәшәгеһе килә. Ә бының өсөн йәмғиәткә яраҡлашыу, аралашыу мөхите булдырыу зарур. Ҡайһы саҡ ябай кешеләрҙең ябай кешесә ҡарашына мохтаж улар. Ниндәй ҙә булһа кейем-һалым теккәндә ҡыҙымдың теләген мотлаҡ үтәйем, ти Наталья Урванцева...

9 декабрь Рәсәйҙә – Ватан Геройҙары көнө
Революцияға тиклем Георгий кавалерҙары байрамы булараҡ билдәле дата яңы тарихта яңыса атама алһа ла эстәлеге үҙгәрешһеҙ – ысын батырҙарға дан һәм хөрмәт өлгөһө. Советтар Союзы геройы исемен йөрөткән ҡаһармандар һаны буйынса беренселәр рәтендә торған Башҡортостанда тантаналы сараларҙа Рәсәй...

Республикала законһыҙ эшләүсе таксиларға ҡарата ла контролде көсәйтеү бурысы ҡуйылды
Тиҙ, уңайлы, арзан, әммә хәүефле. Юлға сыҡҡанда шул хәүефһеҙлеккә иң аҙаҡ иғтибар итәбеҙ, һөҙөмтәлә “юлсылар” ҡатнашлығында авариялар һәм үлем осраҡтары буйынса һандар артҡандан-арта. Ҡот осҡос авария... иртәнге сәғәт ун бер тирәһендә Южноуральск-Магнитогорск трассаһының 152-се саҡрымында “...

Алыҫ көнсығышҡа эшкә киткән яҡташтарыбыҙ тыуған яғына ҡайта башланы
Өфөнән 8 мең саҡрымда ятҡан объектта эшләүсе “Өфөнефтемаш” хеҙмәткәрҙәре айҙар дауамында аҡса алмауҙары, ризаһыҙлыҡ белдергән өсөн хатта ашатмауҙары тураһында видеоға яҙҙырып интернет селтәренә һалғайны. Әгәр был хаҡта улар киң йәмәғәтселеккә хәбәр итмәһә? Улар ҙа оҙон аҡса артынан ғаиләһен,...

Джесси хужаһын көтә
10 көн элек автомобилдән тапалған маъмай ҡатмарлы операциянан һуң әле Өфөләге ветеринария клиникаһында ҡала. Етем әммә яңғыҙ түгел. Йәше тулыр-тулмаҫ көсөк һуңғы бер нисә көндә бик күп төрлө һынауҙарға дусар. Клиника тикшеренеүҙәренең әле операциянан һуңғы өлөшө башҡарыла. Хирург Айрат...

Өфөлә художестволы гимнастика буйынса республика турниры һәм Башҡортостан чемпионаты үтә
Ярышта Волга буйы Федераль округының төрлө өлкәләренән 600-ҙән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. 11 йәшлек Самина Тажетдинова сығыш алдынан иптәштәре менән күнекмәләр эшләй. Был уларҙың беренсе бәйгеһе түгел, йыл дауамында йыш ҡына төрлө республика һәм Рәсәй ярыштарында ҡатнаша ҡыҙҙар. “Башҡортостан...

Хыялдарға ирешер өсөн күп көс түгеп эшләргә кәрәк
Тыумыштан мускулдар атрофияһы менән ауырыусы Александр Захаров ошондай девиз менән йәшәй. Хәрәкәтләнә алмауы, егеткә үҙ эше менән шөғөлләнергә бер ҙә ҡамасауламай. Ул компьютерҙа күҙ ярҙамында программалар эшләй, китаптар уҡый, сәйәхәт итә. Бәләкәй саҡта төшкән фотоһүрәттәргә күҙ һалғаң, Александр...

Бер быуатҡа тиң тарих
Башҡорт дәүләт академия драма театры 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Мәртәбәле байрам менән коллективты Рәсәй президенты Владимир Путин да ҡотланы. Башҡорт дәүләт театры борондан алып илебеҙҙең күп милләтле мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индерә, тиелә телеграммала. Ә республика башлығы Радий Хәбиров...

Башҡорттар хәҙер Рәсәй күләмендә милли мәнфәғәттәрен яҡлауға дәғүә итә ала
Дәүләт закондарына ярашлы, Өфөлә башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһын ойоштороу съезы үтте. Форумда Мәскәү, Силәбе, Свердловск, Волгоград, Тверь өлкәләре, Татарстан, Коми рсепубликалары, Ханты-Мансы, Ямал-Ненец округтарынан 50-нән ашыу делегат ҡатнашты. Улар үҙҙәре йәшәгән төбәктәрҙә...

9 майҙа Өфөлә тәүге тапҡыр хәрби техника парады ойоштороласаҡ
Был турала Һуғыш, хеҙмәт, хәрби көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының респубоика ветерандар советы кәңәшмәһендә хәбәр ителде. Пленумдың 5-се ултырышында Бөйөк еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылауға әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды. Шулай итеп, Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары 9 майҙа хәрби техника һәм танктар парадын...

Башҡортостан табиптары ауыр йәрәхәтле егетте аяҡҡа баҫтырҙы
Батутта акробатик трюк башҡарам тип 22 йәшлек егет муйынын һындырған. Башҡорт эстрадаһында уны рэп уҡыусы музыкант тип беләләр. Егеттең яңынан аяҡҡа баҫып китеүенә бәләкәй генә өмөт сатҡыһы була. Әммә Өфө нейрохирургтары мөғжизә атҡара алған. Сәлимә Исламованың репортажында. Интернет...

Емерерҙәрме, әллә төҙөкләндерерҙәрме?
Йәмәғәтселек Өфөләге авария хәлендәге белем усағының яҙмышы өсөн борсола. Санитар, төҙөлөш нормалары һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлмәүе, өҫтәүенә, бинаның бер өлөшөнә емерелеү хәүефе янағаны өсөн прокуратура ҡарары менән 23-сө мәктәпте япҡандары тураһында программабыҙҙың башҡа...

“Өфөнефтемаш” хеҙмәткәрҙәре Владивостоктан ҡайта башланы
Радий Хәбиров Алыҫ Көнсығышҡа вахта менән эшкә китеп ҡатмарлы хәлдә ҡалған яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында хәбәр итте. Был турала Республика Башлығы социаль селтәрҙәрҙәге шәхси сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Бер нисә көн элек интернет селтәрендә сыҡҡан видео киң резонанс тыуҙырҙы. Яҙманан...

Радий Хәбиров республиканың төняҡ-көнбайыш райондарына эш сәфәре барышында урындағы предприятиелар эше менән танышты
Башҡортостанда социаль учреждениеларҙағы ашнаҡсыларға иғтибар артасаҡ. Был турала республиканың төнъяҡ-көнбайыш райондарына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров белдерҙе. Тәү сиратта эш хаҡын арттырыу кәрәклеген әйтте төбәк етәксеһе. Ҡалтасылағы Краснохолмский ауылындә йәшәүселәр иһә Республика...

Башҡортостан сноуборд оҫталарын ҡаршылай
«Яҡтыкүл» тау саңғыһы үҙәгендә 16 илдән 200 спортсы параллель слаломда һәм параллель слалом-гигантта ярыша. Этапта ике тапҡыр олимпия чемпионы Вик Уайлд та ҡатнаша. Уҙған миҙгел йомғаҡтары буйынса, ҡатын-ҡыҙҙар араһында параллель дисциплиналарҙа донъяның иң шәп сноубордсылары иҫәбенә Рәсәйҙән...

Милли кейем – халыҡтың быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡыһы
Һуңғы арала милли йолалар, төрлө конкурстар ярҙамында милли кейемдәрҙе тергеҙеү эше йәнләнә. Быға рухлы, юғары әҙерлекле кешеләрҙең булыуы ла ярҙам итә. Өфө ҡалаһынан рәссам-модельер Сәрүәр Аслаева – шулар иҫәбендә. Өфө районында йәшәүсе Сәрүәр Ғилметдин ҡыҙы сираттағы милли кейем тегә. Оҫта...

Әлшәй районында принц һәм принцессалар баллы үтте
Тантананың төп геройҙары – мөмкинлектәре сикләнгән балалар. Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған сарала 200-ҙән ашыу бала ҡатнашты. Изгелекле сара Каринэ Хабирова баланғысы менән ойошторолдо. Төп маҡсат – балаларҙың ижади һәләттәрен асырға ярҙам итеү.

Эльбрус Ниғмәтуллин Өфөлә скандинав йөрөү күнекмәләрен ойошторҙо
Был спорт төрөнөң һаулыҡҡа файҙаһын беҙҙең хәбәрсебеҙ белеште. Эльбрус Ниғмәтуллин скандинав йәйәү йөрөү клубы ҡатнашыусылары менән осрашыунда үҙе лә был спорт төрө менән мауығып китеү серен асты. Ауыр штангаларҙы күтәреп өйрәнгән спортсы тәүҙә көрәк таяҡтарын ҡулына тотоп шөғөлләнә башлаған...

Яңы йыл байрамдары ваҡытында депутаттар рейдҡа сыға
Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһенең Президиум ағзалары хәҙер планшет ҡулланып эшләйәсәк. Ошондай башланғысты Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим итте. Радий Фәрит улы партияның төбәк бүлексәһе Секретары вазифаһында беренсе Президиум ултырышын уҙғарҙы. Кәңәшмәләр хәҙер ҡағыҙға...
- « первая
- ‹ предыдущая
- 1
- 2
- 3
- 4
- 5
- 6
- 7
- 8
- 9
- …
- следующая ›
- последняя »