Өфөлә кәмә һәм итек магазины кәштәләре бушай

Өфөлә быйылғы ташҡынға фараздарҙы ишетеү менән һыуға яҡын йәшәүселәр кәмә һәм итек магазины кәштәләрен бушата башлаған. Ҡайһы бер ихаталар бөгөндән үк бәләкәй Венецияны хәтерләтә. Әммә был йылғаларҙың кимәле артыуы менән бәйле түгел. Рузалия Закирова өсөн ташҡын ят күренеш түгел. Йылғаға яҡын йәшәгәнлектән уларға тәбиғәттең көтөлмәгән бүләктәренә йыл да алдан әҙерләнергә тура килә. Йылғалар ярынан сығырға әле иртәрәк, шулай ҙа итек магазиндарында бөгөндән үк сират теҙелә. Мәҫәлән, бында тәүлегенә кәмендә 200 пар һатыла, бындайҙы һыу ташҡан ваҡытта ла күргән юҡ, тип аптырай һатыусылар. Даниил Алескеров быйылғы ташҡындың йылдағынан көслөрәк булыуын ишетеп Ағиҙел ярында йәшәгән ололарына кәмә һайларға килгән. Кәмәгә хаҡтар кәмендә 10 меңдән башлана, әммә һәр партияны бында тиҙ арала һатып алалар.Әйткәндәй, пвх кәмәләрҙе Өфөлә бер-нисә предприятие етештерә. Быйыл улар ташҡын ваҡытында ҡуллана торған махсус партияны ла һатыуға әҙерләй.Берәүҙәр оло һыуға әҙерләнгәнсе, бәғзеләргә 2017 йылғы ташҡынды бөтә тәрәнлегендә һынарға тура килә. Затон биҫтәһендә йәшәүселәр был урынды шаяртып кесе Венеция тип тә йөрөтә. Итек кейергә әле иртәрәк булһа ла, бында башҡаса сара юҡ. Ихата уртаһында барлыҡҡа килгән күлде бында йәшәүселәр һәр миҙгелдә күҙәтә. Коммуналь хеҙмәттәр үҙ сиратында ҡар һыуҙары ҡала урамдарын баҫмаһын тип ағын һыуҙарын үткәреү системаһын боҙҙан таҙартырға тотондо. Ташҡындың көсө һауа шарттарына бәйле. Әгәр төндәрен әлеге кеүек туңдырып торһа, ҡарҙың күп булыуы ла артыҡ ҡурҡыныс түгел, ти белгестәр. Шулай ҙа кешеләргә иң ҡурҡыныс эҙемтәләргә лә әҙер булыу зарур, сөнки Ағиҙел быйыл 9 метрға тиклем күтәрелеүе ихтимал. 

Яндекс.Метрика