Башҡортостан халҡы оло һыуҙы ҡабул итергә әҙерләнә

Быйыл Башҡортостандың үҙәк өлөшөндә ҡар күп яуҙы. Бигерәк тә Өфөгә яҡын райондарҙа кеше бейеклегендә көрт ятты. Шуға күрә, апрелдә көслө ташҡын көтөлә, тип фаразлай белгестәр. Райондарҙа тәбиғәт ғәрәсәтенә әҙерлек күптән башланды. Ауылдарҙа комиссиялар төҙөлгән, ултырыштар ойошторола һәм халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыла. Йөйәк ауылында йыл һайын Инйәр ярҙарынан сығып, йорттарҙы һыу баҫа. Шуға күрә бында ташҡынға етди әҙерләнә. Халыҡ уҙған йылдарҙағы тәжрибәне иҫәпкә алып, саралар күрә. Әле Инйәр 1 метр 80 сантиметр кимәлендә. Әммә, йылғала боҙ китмәгән, тауҙарҙа ҡар ирей башламаған һәм бәләкәй йылғалар уянмаған. Йөйәк халҡы автомобилдәрен өҫкө урамдарға сығарып ҡуйған. Малдарын да тиҙҙән үргә ҡыуырға ниәтләй. Боҙ ғәҙәттә төндә ҡуҙғала һәм йорттарға, кешеләргә янай. Урындағы хакимиәт быны лы иҫәпкә алған. Йөйәк ауылында 1 меңгә яҡын кеше йәшәй. Бында ишле ғаиләләр ҙә күп. Бер-нисә өйгә махсус сигналдар ҡуйылған. Бөрйәндән Айрат Аҡкучуков документтарын йыйнай. Ғәҙҙәттән тыш хәлгә алдан әҙерләнергә кәрәк, ти ул. 90-сы йылдарҙа булған ваҡиғаларҙы Бөрйән халҡы яҡшы хәтерләй. Бөрйәндә Ағиҙел йылғаһында боҙ тығылыу хәүефе булған урындарҙы билдәләгәндәр. Ойошмаларға иһә кәмендә ике кәмә әҙерләргә ҡушылған. Ташҡын көслө була ҡалһа, кешеләрҙе эвакуациялауға предприятиелар ҙа йәлеп ителәсәк. Бөрйәндә 9 ауыл Ағиҙел буйында урынлашҡан. Уларҙа 3 меңдән ашыу кеше йәшәй. Бынан тыш, Үҙән һәм Нөгөш йылғалары буйында  ла халыҡ төпләнгән.   Быйыл Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары 9 метрғаса күтәрелеүе ихтимал. Һыу аҫтында меңәрләгән йорт ойошма ҡалыуы мөмкин. Ошоно иҫәпкә алып Башҡортостан етәкселеге урындарҙа ташҡынға ҡаршы комиссия ултырыштары уҙғара, халыҡтың, ойошмаларҙың әҙерлеген тикшерә. Төп иғтибар предприятиеларҙың матди базаһына бирелә.

Яндекс.Метрика