Бөгөн дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте

Бөгөн дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте.

Илдең именлеген һәм үҫешен тәьмин иткән тармаҡтар күп, уларҙың һәммәһе лә төп урынға хеҙмәт кешеһен ҡуя. Республика хаҡына һәм үҙ маҡсатына тоғро ватандаштарыбыҙҙың бер төркөмөнә бөгөн дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡортостандың юғары Дәүләт наградаларын тапшырып Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Владимир Нагорный “Һәр ҡайһыбыҙҙың үҙ һөнәре бар, әммә барыбыҙҙы бергә тыуған республика, уның уңышына арналған хеҙмәт берләштерә”, — тип билдәләне. Тракторсы, нефтсе, табип, мәҙәниәт өлкәһе белгесе, уҡытыусы, тренер, профессор, артист. Фиҙаҡәр хеҙмәтенә юғары баһа алған  64 ватандашыбыҙ хөрмәтенә бөгөн тәбрик һәм дан һүҙҙәре яңғыраны. 

Яндекс.Метрика