Учалыла ике поезд бәрелешеү һөҙөмтәһендә 4 кеше һәләк булған

  • Учалыла ике поезд бәрелешеү һөҙөмтәһендә 4 кеше һәләк булған | ГТРК «Башкортостан»

Учалыла ике поезд бәрелешеү һөҙөмтәһендә 4 кеше һәләк булған.

Локомотивтар бер-береһенә сәғәтенә 40 километр тиҙлек менән бәрелгән. Уларҙың береһе буш, икенсеһенә- яғыулыҡ майлау материалдары тейәлгән булған. Фажиғәлә өс кеше һәләк булған, 1 кеше ауыр хәлдә дауаханала ята. Тағы ла бер эшсе хәбәрһеҙ юғалған. Һәләк булғандарҙың һәм йәрәхәтләнеүселәрҙең ғаиләләре өсөн урындағы халыҡ ярҙам йыя башлаған.

Яндекс.Метрика