Кибеттәрҙә халыҡ күптәп итек һатып ала

  • Кибеттәрҙә халыҡ күптәп итек һатып ала | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә быйылғы ташҡынға фараздарҙы ишетеү менән һыуға яҡын йәшәүселәр кәмә һәм итек магазины кәштәләрен бушата башлаған. Магазиндарҙа халыҡ сиратҡа теҙелеп итек ала. Һатыусылар әйтеүенсә, тәүлегенә кәмендә 200 пар һатыла, бындайҙы һыу ташҡан ваҡытта ла күргән юҡ, тип аптырай һатыусылар. Ташҡындың көсө һауа шарттарына бәйле. Әгәр төндәрен әлеге кеүек туңдырып торһа, ҡарҙың күп булыуы ла артыҡ ҡурҡыныс түгел, ти белгестәр. 

Яндекс.Метрика