Яуаплылыҡ талап иткән осор

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Өфөнөң һыу баҫыу биләмәһенә ингән биҫтәләр исемлеген төҙөнө. Исемлек һыу кимәленең күтәрелеүенә ярашлы төҙөлгән. Яҙ һайын Козарез ҡасабаһына юлды һыу баҫа — бының өсөн һыу кимәленең 500 сантиметрға күтәрелеүе лә етә. Әгәр ул 900 сантиметрға күтәрелһә, Кооператив ялан биҫтәһендәге 524 йорт, шул иҫәптән 34-се мәктәп һәм поликлиника  һыу аҫтында ҡаласаҡ. Ҡариҙел йылғаһының 750 сантиметрға тиклем күтәрелһә Калинин районындағы «Йылға таңдары» профилакторийына юл ябыласаҡ. 950 сантиметрға етһә, Шакша, Максимовка, Инорс биҫтәләрендәге 865 кешегә хәүеф янай. Бындай осраҡта халыҡ та бар яуаплылығын тойорға тейеш.

Яндекс.Метрика