"Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам"

Благовар районы Һарайлы ауылында шәжәрә байрамы үтте. Сарала йәше лә, олоһо ла берҙәй теләп ҡатнашты. Шәжәрә байрамы халыҡтың үҙ тамырҙарына ҡарата ҡыҙыҡһыныуы көсәйтеүгә, милли йолаларҙы тергеҙеүгә ҙур этәргес. Бындай саралар йәш быуындың үҙ нәҫелен ете быуынға тиклем белеп үҫеүенә лә  ярҙам итә. Сарала  ете ғаилә нәҫел ағасын төҙөгәйне. Улар араһында  ун дүрт быуынына тиклеп нәҫелен белгән Ишбулатовтар, Ғүмәровтар Насировтар ҙа бар. Ауылдың аҡһаҡалы — Фәнүз Ҡорбанғәлиевтың шәжәрә ағасы Әҙәм менән Һауа яралған ваҡыттан алып башланған.Был шәжәрә китабына быуын-быуындан күсереп яҙылған мәғлүмәт тупланған. Тәү ҡарауға ғәҙәти генә булып күренгән, йылдар үтеү менән биттәре туҙып йыртылған күн тышлы китап ысынын да иһә аҫыл ташҡа тиң.Фәнүз Ғәндәлиф улы һөнәре буйынса инженер. Шәжәрә ағасы менән ҡасан да булһа ҡыҙыҡһына, тарихи мәғлүмәттәр туплау менән шөғөлләнә башлармын,  тип һис уйламай инем, ти ул. Нәҫел ептәре Ҡәнзәфәр бейгә барып тоташыуын, Благовар районы ерҙәре мең ырыуына ҡарауын белгәс Фәнүз Ҡорбанғәлиевтың ҡыҙыҡһыныуы икеләтә арта. Өфөнән юллап, бик күп ғалим ҡулдары аша үткән күн тышлы нәҫел китабын ҡайтарып алыуға өлгәшә. Ундағы мәғлүмәттәрҙе тәржемә итеү өсөн ғәрәп телен дә өйрәнә. Ҡәнзәфәр бейҙең ҡаны ағыуы менән ғорурланам, хәҙер иһә ейән-ейәнсәрҙәрем дә шәжәрә ағасын дауам итеүҙә минең шигем юҡ, ти аҡһаҡал. Архив мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ҡәнзәфәр бей ХVI быуаттың уртаһында Аҡман, Тоҡман, Тинәй исемле туғандары менән батшаға бара. Шулай итеп, ул — мең Ҡәнзәфәр бейҙең лайыҡлы вариҫтары ырыуының башлығы булараҡ, тәүгеләрҙән Урыҫ дәүләтенә ҡушылырға ҡарар итә. Батша Иван IV уларға аҫабалыҡ Грамотаһын тапшыра, ә ырыу башлығына тархан титулын бирә. Илебеҙ өсөн киҫкен осорҙа мең ырыуы етәксеһенең дөрөҫ аҙымы дүрт быуат ярым үткәс тә онотолмай. Сара йырсыларҙың, бейеү ансамблдәренең сығышы менән үрелеп барҙы. Шәжәрә байрамы ул ярыш түгел, ә нәҫел тарихына  байҡау яһау, ата-бабаларҙы иҫкә алыу, иҫәндәрҙе хөрмәт итеү, ти ойоштороусылар.

Яндекс.Метрика