Ҡариҙел районында сәйнүк музейы барлыҡҡа килеүе ихтимал

Ҡариҙел районында сәйнүк музейы барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Меңгә яҡын сәйнүкте Байҡы ауылында йәшәүсе Ирина Пушкарева йыйған. Уның коллекцияһы менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә танышты.Йорт эсендәге бер бүлмәһен ул бәләкәй музейға әйләндергән. Ханым был ҡыҙыҡлы шөғөлдө ҡаланан ауылға йәшәргә күскәс үҙ итә. Әле унда меңгә яҡын сәйнүк иҫәпләнә. Иринаның мауығыуын белгәс, дуҫ-таныштар ла уға ярҙам итә, һандыҡта һаҡланған элекке йә иһә яңы сыҡҡан сәйнүктәрҙе бүләк итә.Ирина Пушкарева уҙған быуат ҡурсаҡтарын да реставрациялау менән мауыға. Уйынсыҡтарға яңы өҫ-кейемдәр тегеп, үҙендә булмаған сәйнүккә алмаштыра.  Бүлмәнең биҙәлешендә сигелгән селтәр әйберҙәр күп ҡулланылған, улар ҙа Совет заманы осоронан һаҡланып ҡалған матурлыҡ. Ирина Анатольевна бигерәк тә Свердлов өлкәһенең Сысерть фарфорына ғашиҡ. Был заводҡа, экскурсияға ла барып ҡайтҡан. Таныштары хатта уның тыуған көнөнә лә сәйнүккә исемен яҙып бүләк итә. Бындай сәйнүктәр музей кәштәләренең иң түренә ҡуйылған. Фарфор әйберҙәр коллекцияһын туплаусы ҡатын ҡасандыр Туймазыла етештерелгән һауыт-һабаға ла айырым мөйөш булдырған.  Бында сәйнүктәрҙең күп төрлөһө бар. Мәҫәлән, был граждандар һуғышынан беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып килгән, ә быныһы яңы ғына балсыҡтан эшләнгән сәйнүк. Ирина һәр бер сәйнүктең ҡасан, кемдән алынғанын айырым дәфтәргә яҙып бара. Һәр береһенең тарихын яттан белә. Әлегә коллекцияла 864 сәйнүк. 

Яндекс.Метрика