Өфө вольер хужалығында айыуҙар йоҡонан уянды

Өфө вольер хужалығында айыуҙар йоҡонан уянды.

Урман хужалары был ҡышты тынысһыҙ үткәрҙе. Шуға ла тәүге ҡояш нурҙары менән өңөнән сығырға ашыҡты. Әле улар аҙыҡҡа өсләтә баҫым яһай. Бындағы йәнлектәр өсөн йылдың еңел йә көсөргәнешле мәле юҡ. Көндәлек мул аҙыҡ, ситлектәге тотҡонлоҡ үҙенекен итә. Әммә был шулай тойола ғына. Хайуандарҙың холҡо тәбиғәттәге кеүек – улар һиҙгер һәм киҫкен. Яҙын иһә, айырыуса, теремеклек күрһәтә.Тайыш табандар йоҡо аралаш әкрен хәрәкәт итһә, ерән ҡойроҡтар йылғырлыҡта уҙыша. Был төлкө көсөктәренә бер йәш тирәһе. Әле уларҙың шаян һәм матур сағы. Йәшкә генә түгел, миҙгелгә лә бәйле был сағыулыҡ. Бер-ике аҙнанан йәнлектәр йөнөн ҡоя башлай. Уларҙың йонсоу тиреһен күреп халыҡ вольер хеҙмәткәрҙәрен хайуандарҙы насар ҡарауҙа ғәйепләргә тотона. Баҡһаң, был йыл да ҡабатланыр тәбиғи күренеш, ә малсылар йәнлектәрҙе тәүлек әйләнәһенә хәстәрләп тора. Йыртҡыстар иттән,  көйшәүселәр бесәндән өҙөлмәй. Ышыҡ-оялар ҙа даими төҙөкләндерелә. Ҡыйыҡтан ҡар ташлаған тауыштың яҙ мәшәҡәте генә икәнен серемгә талған ҡабандар ҙа аңлаған кеүек.  Вольер хеҙмәткәрҙәре һаҡсыл эш итә. Ситлектә улар йәнлектәр тәртибенә буйһонорға мәжбүр. Бүреләргә ҡотҡо һалмаҫ өсөн ике кеше бер яҡлап атлай. Тыумыштан иректе белмәүенә ҡарамаҫтан, был хайуандарҙың йыртҡыс ҡаны көслө.Яҙҙың хайуандар донъяһында яңы быуын өмөтөн бүләк иткәне билдәле. Вольерҙа йыллыҡ үрсем ғәҙәти күренеш. Ирекмәндәр урмандан инәһеҙ ҡалған кейектәрҙе табып та килтерә. Һәр осраҡта ла, һөйөнсөһөн генә алдан күҙалларлыҡ түгел. Был ситлектәге өңдән тауыш-тын сыҡмай. Инә айыу көндөҙ ара-тирә күренеп ала. Вольер хеҙмәткәрҙәре унда айыу балалары булыуын иҫәптән сығармай.   Вольер хужалығы өсөн был тәбиғилек бер яҡтан һөйөнөс килтерһә, икенсенән былай ҙа сикле сығымдарҙы арттыра. Ҡырағайҙарҙың яңы ғаилә ағзаларының киләсәген хәстәрләү өсөн хужалыҡҡа махсус дәрәжә етмәй. 

Яндекс.Метрика