Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Ғыйраҡ хәрбиҙәре һәм Америка етәкселегендәге коалиция вәкилдәре утҡа тотолған биләмәләргә хәбәрселәрҙе индермәҫ өсөн барыһында эшләргә тырыша.  Ошондай юл менән улар  тыныс халыҡ араһында һәләк булыусылар тураһындағы мәғлүмәтте йәшерергә тырыша. Шаһиттар әйтеүенсә, террорсыларҙан тыш, хәрбиҙәр тыныс халыҡты ла ҡыра.

“Дебби” циклоны көслө дауылға әйләнеп Австралияға ябырылды. Елдең тиҙлеге ваҡыты менән сәғәтенә 260 километрға етә. Электр сымдары өҙөлгән, ағастар йығылған. Хакимиәттәр халыҡты тиҙ арала имен урындарға күсергә саҡыра.

Перуның тағы ла бер ҡалаһы һыу аҫтында ҡалды. Пиуре ҡалаһында  ҡотҡарыусылар 300 ғаиләне эвакуациялап өлгөргән. Илдә һыу баҫыуҙан һәләк булыусылар 90-дан ашҡан, 20 кеше хәбәрһаҙ юғалған, 15 мең торлаҡ йорт емерелгән, 160 мең йортҡа зыян килгән. Һуңғы ун йылдағы көслө һыу ташыу Эль-Ниньо күренешенә бәйле, ти  метеорологтар.

Японияла тау саңғыһы комплексында ҡар ишелеү сәбәпле 8 уҡыусы һәләк булған.37 кеше йәрәхәтләнгән. Насу ҡалаһы янындағы тауға фажиғә көнөндә өлкән класта уҡыусы 50 бала тауҙан шыуырға килгән булған.

Яндекс.Метрика