Ауыл ерендә күпме аҡса эшләргә мөмкин?

Ҡариҙел районынан Өлфәт Ҡараматов әйтеүенсә, ялҡау булмаһаң ауылда ла лайыҡлы тормош көтөргә мөмкин. Эшҡыуар Өлфәт Ҡараматов цехында эшләнгән билмән бер ай эсендә һатылып бөтә. Бында шулай уҡ манты, төрлә кәтлит төрҙәре, быҡтырылған ит тә һатып алырға мөмкин.  Цех хужаһы Өлфәт Ҡараматов өс йыл эсендә 50 квадрат метрлыҡ бинаны үҙ көсө менән төҙөп бөтә.Эшҡыуар тәүҙә ит һатыу менән генә шөғөлләнә. Бер урында ашамлыҡтар бешереү һәм  һатыу уйы һуңғараҡ барлыҡҡа килде, ти ул. Ризыҡ төрҙәрен күбәйтеү өсөн ҡаҙы эшләп киптереү теләге лә уяна. Бының өсөн ул бер йыл эсендә бинаның икенсе ҡатын да күтәрә.Бында барлығы меңдән ашыу ҡаҙы. Улар һауа температураһына ҡарап 20-25 көн һаҡланырға тейеш. Һәр бер ҡаҙының ауырлығы яҙылған һәм ошо ауырлыҡҡа ҡарап уның хаҡы сығарыла.Бизнесты артабан үҫтереү теләге менән Өлфәт Ҡараматов район-ара эшҡыуарҙарға ярҙам итеү үҙәгенә мөрәжәғәт итә. Һатыу баҙарын киңәйтеү–был үҙәктең төп маҡсаты булып тора. Әлегә ойошма 30–ға яҡын эшҡыуар менән бәйләнештәр булдырған. Уларҙың һорауҙарына тулы яуап биреү өсөн аҙнаһына бер тапҡыр йыйылыш үткәрелә. Эшҡыуарлыҡ эше менән башҡа райондарҙан, мәҫәлән, Тәтешле, Балтас, Асҡындан  да киләләр. Ауылда эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү күпкә отошлораҡ, ти йүнселдәр. Сөнки республикала ауылдарҙа үҙ эшен асырға теләгәндәргә  лә хәҙер бөтә мөмкинлектәр тыуҙырылған. 

Яндекс.Метрика