Салауат полицияһы мутлашыусыларҙы эҙләй

  • Салауат полицияһы мутлашыусыларҙы эҙләй | ГТРК «Башкортостан»

Салауат полицияһы 30-35 йәшлек ҡатынды һәм 15-16  йәштәге үҫмер ҡыҙҙы эҙләй. Улар 87 йәшлек ҡартты алдап уның 11 мең һум аҡсаһын урлауҙа ғәйепләнә. Мутлашыусылар өлкән йәштәге ирҙең фатирына инә һәм үҫмер ҡул йыуырға урын ҡайҙа икәнлеген белешкән саҡта, икенсе ҡатын һыу биреүҙе үтенә. Ир был йомоштарҙы үтәгәс, саҡырылмаған ҡунаҡтар сығып та китә. Һуңынан иһә хужа аҡса юғалыуын асыҡлай. 

Яндекс.Метрика