Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Рәсәй президенты Владимир Путин һәм премьер-министры Дмитрий Медведев Арктиканы сүп-сарҙан таҙартыу эштәре барышы менән танышты. Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары министры Сергей Донской башҡарылған эштәр тураһында һөйләне һәм программа сиктәрендә алты утрауҙан 42 тонна сүп-сар сығарылды, тине.

Тәүҙә айырылышабыҙ, һуңынан ғына киләсәккә маҡсаттар биләдәләйәсәкбеҙ. Был “брексит” буйынса Германия канцлеры Ангела Меркельдың позицияһы. Ул Бөйөк Британия премьеры Тереза Мейҙың бер үк ваҡытта  “брексит” һәм сауҙа килешеүе тураһында һөйләшеүҙәр алып барыу тураһындағы тәҡдимен кире ҡаҡты.

Тверҙә Рәсәйҙә эшләнгән яңы машина һынау үтә.  “Шаман” автомобиле нигеҙендә эшләнгән был машина бөтә ерҙән дә үтә ала. Уның оҙонлоғо алты метр, һигеҙ тәгәрмәсе бар. Улар менән айырым идара итергә мөмкин.

Швейцариянан 18 йәшлек спортсы фристайл спорты тарихына инеп ҡалды. Ул халыҡ-ара турнирҙа 5 пируэт менән 4 тапҡыр сальто эшләп донъя рекордын ҡуйған.

Яндекс.Метрика