Быйылғы ташҡын баш ҡала өсөн ҙур һынауға әйләнеүе ихтимал

Быйылғы ташҡын баш ҡала өсөн ҙур һынауға әйләнеүе ихтимал.

Бөгөн Өфө ҡала хакимиәте башлығы социаль селтәр аша башҡала халҡы менән аралашты. Ирек Ялаловҡа һорауҙар күп булды. Уларҙың күбеһе яҙғы ташҡынға бәйле ине.Ҡала хакимиәте башлығы әйтеүенсә, быйыл Ағиҙел йылғаһы бассейнындағы күпселек йылғаларҙа һыуҙың максималь кимәле нормаға ярашлы, әммә ташҡын ваҡытында 20-70 сантиметрға юғарыраҡ булыр, тип көтөлә. Өфө янында Ағиҙелдең иң юғары кимәле  750-850 сантиметрға етәсәк. Ирек Ялалов  халыҡты  уяу булырға саҡырҙы. Нижегородка биҫтәһе өсөн яҙғы ташҡын йыл һайын етди мәсьәләгә әйләнә. Шуға ла бында йәшәүселәр  оло һыуҙы ҡаршы алыуға яҙ башынан уҡ әҙерләнә башлай. Күҙаллауҙар ысынға сыҡһа, биҫтәлә күп йорт һыу аҫтында ҡаласаҡ. Өфөлә быйыл яҙғы ташҡынға ҡаршы көрәш буйынса 25 штаб ойошторолған. Ундағы һәр техника ентекләп тикшерелгән. Ҡалала әле халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 51 пункт бар. 35-се мәктәп нигеҙендәге пунктҡа 20-нән ашыу кешене урынлаштырырға мөмкин. Әгәрҙә былтыр Ағиҙел йылғаһының кимәле 756 сантиметрға тиклем күтәрелһә, быйыл иһә ул һан күпкә айырылысаҡ. Ташҡынға ҡаршы барлығы 1 мең 800 ҡотҡарыусы, 400-гә яҡын берәмек техника һәм шулай уҡ 106 йөҙөү ҡулайламаһы йәлеп ителәсәк. Быйылғы ташҡын баш ҡала өсөн ҙур һынауға әйләнеүе ихтимал. Өфө хаҡимиәте бөгөндән үк йылғаларҙың 9 метрғаса тиклем күтәрелеүенә әҙерләнә. 

Яндекс.Метрика