Ауыр йөк машиналары хәрәкәте сикләнә

Башҡортостан юлдарында  иртәгәнән 30-сы апрелгә тиклем  ауыр йөк машиналары хәрәкәте сикләнә. Яҙғы осорҙа ваҡытлыса сикләү халыҡ-ара йөктәр ташыусы транспортҡа, пассажир автобустарына, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, яғыулыҡ ташыусы йөк машиналарына,  фажиғә һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн йөктәр ташыған транпортҡа ҡағылмай. 

Яндекс.Метрика