Күмертау авиация етештереү предприятиеһы килемле кимәлгә сыҡты

Күмертау авиация етештереү предприятиеһы килемле кимәлгә сыҡты. 

Рәсәй биләмәһендә Һиндостан өсөн вертолеттар етештереү буйынса берлектәге Рәсәй-Һиндостан предприятиеһын теркәү башланған. Ошо хаҡта журналистарға «Рәсәй вертолеттары» холдингының генераль директоры Андрей Богинский белдерҙе. Килешеүгә ярашлы, 200 вертолет менән тәьмин итеү хаҡында һүҙ бара. Улар Күмертау авиация етештереү предприятиеһында етештерелгән Ка-226 платформаһындағы моделдәрҙән тора. Ул предприятиеның эшен тулы проект ҡеүәтенә сығарырға мөмкинлек бирәсәк. 2008 йылда завод бөлгөнлөк хәлендә 15 миллиард һумлыҡ бурыс менән «Рәсәй вертолёттары» холдингына инде. Хеҙмәткәрҙәргә һигеҙ ай буйына эш хаҡы түләнмәне. Федераль холдинг бурыстарҙы ҡапланы һәм бөгөн Күмертау авиация етештереү предприятиеһының төп эшмәкәрлеге килемле кимәлгә сыҡты. 

Яндекс.Метрика