Ғалимдар илдә күҙ ауырыуҙарына бәйле хәлгә борсолоу белдерә

Ғалимдар илдә күҙ ауырыуҙарына бәйле хәлгә борсолоу белдерә.

Сөнки күптәр, айырыуса,  балалар  компьютер артында ултырып йәшләй үк яҡшы күреү һәләтен юғалта.  Башҡортостан офтальмологтары күҙҙәрҙе йыл һайын тикшереп торорға кәңәш итә. Хәҙерге көндә миллионлаған кеше күҙ ауырыуынан яфалана. Күптәрҙең  күҙ яҫмығында ҡылау барлыҡҡа килеү сәбәпле бөтөнләй күрмәү хәүефе бар.  Өфө клиникаһында бындай сирҙән ҡотолоу өсөн көнөнә 15-20-ләгән кеше операцияға килә. Табиптар еңел наркоз ярҙамында энә менән күҙҙәге иҫке ҡылауҙы алып, яһалма яҫмыҡ һала. Яҫмыҡ һәр күҙҙең күләменә ҡарап алына. Күҙ яҫмығында ҡылау барлыҡҡа килеүҙең сәбәбен асыҡлау һәм дауалау ысулдарын өйрәнеү өсөн йыл да ғалимдар бергә йыйыла. Күҙҙәрҙе тикшереү аппараттары Өфөлә, ә яһалма яҫмыҡтар Стәрлетамаҡта эшләнелә. Күҙ ауырыуҙары йәшәрә, бындай сир менән балалар ҙа хәҙер йыш ауырый, ти табиптар. Яҡшы күргән кеше лә йылына бер-ике тапҡыр күҙҙәрен тикшертергә тейеш. Бының өсөн хәҙер күп технологиялар булдырылған. Мәҫәлән, был аппарат Германия һәм Япониялағы кеүек үк беҙҙә лә бар һәм уның ярҙамында күҙҙәрҙе тулыһынса тикшереп ниндәй ауырыу барлығын билдәләргә мөмкин.

Яндекс.Метрика