Санкт-Петербург фажиғәһе

  • Санкт-Петербург фажиғәһе | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн дә Санкт-Петербургтағы террор ғәмәле донъяның киң мәғлүмәт сараларында төп темаларҙың береһе булып ҡала. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, метрола шартлау һөҙөмтәһендә 11 кеше һәләк булған, 50 кеше яраланған. Уларҙың араһында балалар ҙа бар. Поезд ҡуҙғалып киткәндән һуң «Сенная майҙаны» һәм «Технологик институт» станциялары араһында вагонда шартлау яңғырай. Террорсының шәхесе асыҡланған. Уға 23 йәш, Урта Азиянан. Рәсәйҙә тыйылған радикаль төркөмсә ағзаһы булған. Һәләк булғандарҙың яҡындарының һәм туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашып ил президенты Владимир Путинға төрлө ил етәкселәренән телеграммалар килә. Америка президенты Дональд Трамп Рәсәй президентына шылтыратып Ҡушма Штаттар бар яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙерлеген белдергән.  

Яндекс.Метрика