Һаҡ булығыҙ, интернет

Һаҡ булығыҙ, интернет.

Социаль селтәр мәғлүмәт кенә түгел, үлем сығанағына ла әйләнә бара. Белгестәр әйтеүенсә, интернет, ысын мәғәнәһендә, балалар өсөн етди хәүеф тыуҙыра. Үҫмерҙәр араһында ни өсөн үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар һаны арта? Өфөлә йәшәүсе ир социаль селтәрҙә улының классташының 14 ҡатлы йорттоң ҡыйығына менеп  фотоһүрәт эшләгәнен күреп ҡала.  Ир ошо турала коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә, һуңынан бала уҡыған мәктәпкә хәбәр итә. Һуңғы ваҡытта үҫмерҙәр араһында суицид осраҡтары бермә-бер артты. Бының төп сәбәбе-яуапһыҙ мөхәббәт, ғаиләлә аңлау тапмау һәм башҡалар. Исемлекте хәҙер интернет уйындары ла тулыландыра.Психологтар бының сәбәбен балаларҙың күп ваҡыттарын интернетта уҙғарыуҙары менән бәйләй. Һуңғы арала үлем менән бәйле уйындар йышайҙы. Уйнаусыларға төрлө эш тәҡдим ителә һәм балалар уларҙы эҙмә-эҙлекле итеп башҡарырға тейеш. Белгестәр раҫлауынса, был уйындар тән йәрәхәтен алыуға, хатта үҙ-үҙенә ҡул һалыуға килтерә.Интернетта шикле сайттарға инмәҫкә, таныш түгел кешеләр менән яҙышмаҫҡа кәңәш итә, белгестәр.Суицидты алдан иҫкәртеү буйынса Өфөлә Мәскәүҙең социаль-психологтары менән берлектә семинар уҙғарылды.Психологтар балаға ваҡыт бүлергә, уның тормошо менән даими ҡыҙыҡһынып торорға кәңәш итә. Интернетта ултырыуҙы сикләү ҙә ҡамасауламаҫ, ти белгестәр. 

Яндекс.Метрика