Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Сүриәнең Алеппо һәм Латакия виләйәттәрендә йәшәүселәргә Рәсәй хәрбиҙәре 10 тонна ярым гуманитар ярҙам тапшырҙы. Һуғыштан һәм аслыҡтар тамам йонсоған халыҡ бында эсәр һыуға сарсаған. Шуға ла гуманитар ярҙамдың байтаҡ өлөшө шешәләргә тултырылған һыуға тура килә.

Тель-Авив мерияһы бинаһы Рәсәй флагы төҫтәре менән яна башланы. Санкт-Петербургтағы терактта һәләк булыусылар иҫтәлегенә ҡала етәкселеге шундай ҡарарға килгән.

Венгрияла Рәсәй ҡатнашлығында “Пакш-2” атом электр станцияһын төҙөү өсөн майҙан тикшереү үтте. “Росатом” белгестәре бүленгән майҙанды  яңы энергия блоктары ҡороу өсөн яраҡлы, тип тапҡан. Барлыҡ күрһәткестәр Европа талаптарына яуап биргәнлектән Венгрия етәкселеге тиҙҙән экология лицензияһы алырға ла ниәтләй. Төҙөлөштө, нигеҙҙә, Рәсәй финанслаясаҡ.

Рәсәй президенты Владимир Путин сит ил түләү системалары аша Рәсәйҙән башҡа дәүләттәргә, шул иҫәптән Украинаға аҡса күсереүҙе сикләгән законға ҡул ҡуйҙы. Ошо туралағы документ хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми порталында баҫылып сыҡты.

Яндекс.Метрика